Көнгәк
+16 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
21 Июня , 08:00

Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре

Аҡыллы уйлағансы, алйот эшен бөтөргән. Аҡыллы уйлағансы, тиле һуғып йыҡҡан,тип тә әйтәләр.

Башҡорт халыҡ мәҡәлдәреБашҡорт халыҡ мәҡәлдәре
Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре
  • Аҡыллы кеше алдамаҫ та, алдатмаҫ та
  • Аҡыллы кешенең һүҙе алдан йөрөр
  • Аҡыллы ҡатын - хазина
  • Аҡыллы ҡатын 3 көнлөгөн алдан уйлар, аҡыллы ир 3 йыллығын алдан уйлар
  • Аҡыллы ҡош ҡанатын һаҡлай, аҡыллы кеше һүҙен һаҡлай
  • Аҡыллы ҡуйҙым, иҫәр еңдем тиәр
  • Аҡыллы өйләнгәнсе, тиленең улы булған
  • Аҡыллы тигәнең маҡтана башлаһа, тинтәк тип иҫәплә
  • Аҡыллы тип әйтәләр кеше әйтмәй белгәнгә, Йомарт тип әйтәләр - кеше һорамай биргәнгә
  • Аҡыллы тиргәлһә лә, тир сығармаҫ
  • Аҡыллы тәкә һуйыр, ахмаҡ йүкә һуйыр
  • Аҡыллы ул - алтын ҡул
  • Аҡыллы үҙен ғәйепләр, алйот иптәшен ғәйепләр
  • Аҡыллы хәтер ҡалдырмаҫ, ахмаҡ хәтер һаҡламаҫ
  • Аҡыллы һүҙҙән ҡурҡа, ахмаҡ таяҡтан ҡурҡа
  • Аҡыллы һүҙен тыңлағанда, ашар ашың онотолор
  • Аҡыллыға аҡыл бирһәң, күпте белер, Аҡылһыҙға аҡыл бирһәң, ҡысҡырып көлөр
  • Аҡыллыға баш ҡиммәт, аҡылһыҙға мал ҡиммәт
  • Аҡыллыға бер һүҙ - мая, аҡылһыҙға мең һүҙ -зая
  • Аҡыллыға ишара
  • Аҡыллыға һүҙ әйттем - уйланы ла белде, Аҡылһыҙға һүҙ әйттем - тыңланы ла көлдө
  • Аҡыллыға аҡыл бирһәң, күпте белер, Аҡылһыҙға аҡыл бирһәң, ҡысҡырып көлөр
  • Аҡыллыға ым да етә, ахмаҡҡа туҡмаҡ та аҙ
  • Аҡыллыға әйтһәң - белә, тинтәккә әйтһәң - көлә
  • Аҡыллылар янына барһаң, аңраны эйәртмә
  • Аҡыллынан ғилем ал, аҡылһыҙҙан ғибрәт ал
  • Аҡыллының аҡылы - йөрәгендә, тинтәктеке - телендә
  • Аҡыллының аты ла арымай, туны ла туҙмай
  • Аҡыллының йөҙө әйтер, йөҙө әйтмәһә, һүҙе әйтер
  • Аҡыллының ҡәҙере ахмаҡ янында беленер
  • Аҡыллының теле күңелендә, аҡылһыҙҙың күңеле телендә
  • Башҡорт халыҡ ижады" китабынан
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас