

ҒӘШҮРӘ КӨНӨНӨҢ 10 ҮҘЕНСӘЛЕГЕ
1. Аллаһ Тәғәлә был көндә Әҙәм пәйғәмбәрҙең (ғәләйһиссәләм) тәүбәһен ҡабул иткән.
2. Был көндә Нух пәйғәмбәр (ғәләйһиссәләм), туфандан һуң, көймәһенән ергә төшә.
3. Был көндә Аллаһ Тәғәлә, диңгеҙҙе уртаға ярып, Муса пәйғәмбәрҙе (ғәләйһиссәләм) һәм уның өммәтен фирғәүендән ҡотҡара.
4. Был көндә Аллаһ Тәғәлә фирғәүенде һәм уның ғәскәрен диңгеҙгә батыра.
5. Был көндә ураҙа тотҡандар:
Нух пәйғәмбәр,
Муса пәйғәмбәр,
Ҡөрәйш ҡәбиләһе (Исламға тиклемге йәһилиәт заманында),
йәһүдиҙәр.
6. Был көндә ҡөрәйештәр Кәғбәгә яңы япма ябыр булған.
7. Был көндәге ураҙа өсөн мосолмандың үткән йылғы гонаһтары ғәфү ителә.
"Ғәшүрә көнө ураҙаһы үҙенән алдағы йылдың (бәләкәй) гонаһтарын юйыр, тип Аллаһтан өмөт итәм", — тигән Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ.
Ибн Хиббән (3632), Мөслим (1162), Әбү Дауыт (2425), Әхмәт (22650).
8. "Кем Ғәшүрә көнөндә ғаиләһенә йомартлыҡ күрһәтә, шуға Аллаһ йылдың ҡалған өлөшөндә йомартлыҡ күрһәтер", — тигән хәҙискә килгәндә, был — көсһөҙ хәҙис, тигән ғалимдар. Шуға, был көндө махсус байрам һымаҡ итеү үткәреү һәм артыҡ сығымдар сығарыу — бидәғәт, тиҙәр.
9. Элекке өммәттәрҙән айырмалы рәүештә, мосолмандар Ғәшүрә көнөнөң үҙендә генә ураҙа тотмай, ә мотлаҡ уның алдынан йә уның артынан тағын бер көн ураҙа ҡуша. Сөнки Пәйғәмбәр ﷺ:
"(Ғәшүрәнең) туғыҙында ла, унында ла ураҙа тотоғоҙ – йәһүдиҙәрҙән айырылығыҙ", – тигән.
әт-Тахәүи, "Шәрх Мәғәнил-Әҫәр" (2/78), Ибн Рәжәп, "Ләтаиф әл-Мәғәриф" (108-се бит), сахих хәҙис.
10. Ғәшүрә ураҙаһы өс төрлө була:
Беренсе төрө: өс көн рәттән ураҙа тотоу. Йәғни, Ғәшүрә көнөнөң үҙендә (10 мөхәррәм) һәм, шуға ҡушып, уның алдынан (9 мөхәррәм) һәм уның артынса (11 мөхәррәм) килгән көндәрҙә.
Икенсе төрө: Ғәшүрә көнөндә һәм уның алдынан килгән көндә ураҙа тотоу.
Өсөнсө төрө: Ғәшүрә көнөндә һәм унан һуң килгән көндә ураҙала булыу.
Әммә иң яҡшыһы — өс көндә лә ураҙа тотоу, тигән дин ғалимдары.
Быйыл Ғәшүрә көнө 25 һөтайға (25 июнгә) тура килә. Йәғни, шулай итеп, быйылғы Ғәшүрә ураҙаһы көндәре түбәндәгесә:
9 мөхәррәм — 24 һөтай (24 июнь),
10 мөхәррәм — 25 һөтай (25 июнь),
11 мөхәррәм — 26 һөтай (26 июнь).
Аллаһ Тәғәлә барыбыҙҙың да ураҙаларыбыҙҙы ҡабул ҡылһын һәм бөтә белеп һәм белмәй эшләгән гонаһтарыбыҙҙы ғәфү итһен