

Юл буйында хәйерсе тора һәм хәйер һорай. Уҙып барған һыбайлы ярлының йөҙөнә ҡамсы менән һуға. Ул, ситкә киткән һыбайлы артынан ҡарап, былай ти:
- Бәхетле бул.
Был хәлде күргән крәҫтиән, ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, һорай:
-Һин шундай баҫалҡымы әллә ҡурҡаҡмы?
- Юҡ, - тип яуаплай хәйерсе, - әгәр һыбайлы бәхетле булһа, ул минең йөҙөмә һуҡмаҫ ине.
Беҙ ҙә таш менән атҡандарға аш менән атайыҡ. Күңелебеҙ тыныс булһын өсөн, яраймы? Һәм бәхетле булайыҡ!