

Барлыҡ ваҡытын мәсеттә үткәргән кешене күреп Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, башҡаларҙан:
"Был әҙәм балаһы көнө-төнө ғибәҙәттә. Уны кем ашата икән һуң?" - тип һораған.
"Кәсепселек менән шөғөлләнгән туғаны аҫрай", - тип яуаплаған ир-ат.
"Тимәк, шул туғанының тормошо хәйерлерәк", - тип һығымта яһаған Аллаһ рәсүле.
Хеҙмәт һөйгән ир-ат йәмғиәттә лә, ғаиләлә лә хөрмәт ҡаҙана. Ә инде үҙ бурысынан ситкә киткәндәр баһаһын ғына төшөрә.
Араларында хатта ялҡаулығын дин менән ҡапларға тырышҡандар ҙа осрай: йәнәһе, көнө-төнө ғибәҙәт ҡылыуҙан ваҡыттары ҡалмай. Ә бит мосолмандың биш намаҙҙан башҡа мәле эш менән үтергә тейеш.
Хеҙмәт ярҙамында ул ғаиләһен туйындыра, Ватанының именлеген хәстәрләй, иманын һаҡлай. "Дуғалы ерҙә доға бар", тигән һүҙҙәр буштан барлыҡҡа килмәгән.
"Рухиәт" төркөмө.