Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
17 Июля , 10:32

Мәләүездә тағы бер мәсет корпусы сафҡа тапшырылды

Милләт-ара татыулыҡҡа ышаныслы аҙым

Мәләүездә тағы бер мәсет корпусы сафҡа тапшырылдыМәләүездә тағы бер мәсет корпусы сафҡа тапшырылды
Мәләүездә тағы бер мәсет корпусы сафҡа тапшырылды

Мәләүездә ҡала мәсетенең яңы корпусын асыу тантанаһы үтте. Ваҡиға мосолмандарға ғына түгел,  күп милләт вәкилдәре өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.

Халыҡтың шатлығын Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе - мөфтөй Айнур Бирғәлин, Мәләүез  ғибәҙәтханаһынан протоиерей Владимир Семавин, район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин, шулай уҡ башҡа рәсми ҡунаҡтар бүлеште.

Сығыш яһауысылар мәләүездәрҙе иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотлап, рухи үҫеш һәм дин-ара теләктәшлекте нығытыуҙың мөһимлеген билдәләне. Спонсорҙарҙың һәм проектты тормошҡа ашырыуға өлөш индергән һәр кемдең хеҙмәтенә айырым баҫым яһалды, уларға Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин үҙенең сығышында мәсеттең яңы корпусын төҙөүҙә төрлө милләт һәм хатта конфессия вәкилдәренең ҡатнашыуы - йәмғиәттең берҙәмлегенә асыҡ дәлил, тип билдәләне. Артабан да берҙәмлектә изге эштәр ҡылырға саҡырҙы.

Ҡала мәсете имам-хәтибы Зәбир Яҡшыев йыйылыусыларҙы ҡотлап, һәр кемгә именлек теләне, иман йортон төҙөүгә индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе.

Мәләүез мәсете тарихы төбәктәге дини тормоштоң ҡатмарлы үҫеш юлдарын сағылдыра. Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, 1908 йылға тиклем тораҡ пунктта мәсеттең айырым бинаһы булмаған: дини байрамдарҙы һәр ғаилә  йортонда үткәргән. Халыҡ йыйған аҡсаға төҙөлөп, шул йылдың  йылдың июлендә  рәсми асыла.

Оҙаҡ йылдарҙан һуң 1994 йылда мәсеттең манараһы төҙөлә, ә 2000 йылда мәҙрәсә сафҡа тапшырыла. Ниһайәт, оҙаҡ йылдар дауамында төҙөлөш эштәре туҡталып торғандан һуң, дин йортоноң яңы бинаһы мосолмандарҙы ҡабул итте.

Мәләүездә тағы бер мәсет корпусы сафҡа тапшырылды
Мәләүездә тағы бер мәсет корпусы сафҡа тапшырылды
Мәләүездә тағы бер мәсет корпусы сафҡа тапшырылды
Мәләүездә тағы бер мәсет корпусы сафҡа тапшырылды
Мәләүездә тағы бер мәсет корпусы сафҡа тапшырылды
Мәләүездә тағы бер мәсет корпусы сафҡа тапшырылды
Мәләүездә тағы бер мәсет корпусы сафҡа тапшырылды
Мәләүездә тағы бер мәсет корпусы сафҡа тапшырылды
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас