Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
27 Июля , 13:00

Нисек тәүфиҡле булырға һуң?

“Тәүфиҡ” тигәндә күбеһенсә “яҡшы тәрбиә”не күҙ уңында тотабыҙ. Әммә был матур һүҙ күпкә тәрәнерәк, бөйөгөрәк мәғәнәгә эйә.

Ниәтегеҙ изге һәм ихлас булһын.
Ғәмәлдәрҙең уңышы ниәттән тороуын онотмайбыҙ. Уның ихлас йөрәктән сығыуы мөһим. Бар эшебеҙ ҙә бары тик Аллаһ ризалығы өсөн булһын.

Һәр эштә лә Аллаһҡа тәүәккәллек ҡылығыҙ.
Һәр эштең һөҙөмтәһе тик Аллаһтан ғына. Уның ихтыяры булмаһа, бер нәмә лә килеп сыҡмай. Аллаһ теләһә, әллә ниндәй ҡаршылыҡтарҙы ла йырып сығырға мөмкин.

Истихара тураһында онотмағыҙ.
Истихара намаҙы - сөннәт ғәмәл. Ниндәйҙер эшкә тотонор алдынан, йә ниндәйҙер ҡарар ҡабул итергә кәрәк булғанда уҡыла. Аллаһтан хәйерлеһен биреүен, зыянлыһынан аралауын һорау - тәүфиҡкә илткән юлдарҙың береһе.

Шөкөр ҡылығыҙ.
Аллаһҡа бар биргән ниғмәттәре өсөн рәхмәтле булығыҙ. Уның теләге булмаһа, ҡыл да ҡыбырлата алмаҫ инегеҙ. Барлыҡ уңышығыҙ, иманлы йәшәйешегеҙ бары тик Унан ғына бит.

Хәйерле ахыр һорағыҙ.
Аллаһҡа, йәнегеҙҙе мосолман итеп алыуын һорап, доға ҡылығыҙ. Ғүмерегеҙҙең ахыры изге эштәр өҫтөндә, шәһәҙәт һүҙҙәре менән тамамланыуын теләгеҙ. Әхирәттә иһә Йәннәт баҡсаларына индереүен үтенегеҙ.
Һәммәбеҙҙең дә ниәттәре гел изге, уйҙары яҡты булһын.

Автор:
Читайте нас