Көнгәк
+14 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
31 Июля , 08:00

Маңлайыңа ни яҙылған...

Маңлайыңа ни яҙылған...Маңлайыңа ни яҙылған...
Маңлайыңа ни яҙылған...

Үлем фәрештәһе Ғазраил бер ваҡыт Сөләймән, ғәләйһис-сәләм, хозурына килә һәм шунда булғандарҙан берәүгә оҙаҡ ҡына ҡарап тора ла, сығып китә.

-Эй, Аллаһ илсеһе! Һиңә килгән кеше кем ине? - тип һорай был әҙәм.

- Үлем фәрештәһе, - ти пәйғәмбәр.

- Ул миңә бик оҙаҡ итеп текләп ҡарап торҙо, мин уның йәнемде алыуынан ҡурҡам, ҡотҡара күр! - тип ялбара кеше.

- Ә нисек итеп ҡотҡара алам?

- Елдәреңә бойор, хәҙер үк мине алыҫҡа, Һиндостандың төпкөл бер еренә илтеп ташлаһындар. Бәлки, ул мине юғалтыр ҙа, ҡабат таба алмаҫ.

Елдәренә бойороҡ бирә Сөләймән. Тегеләре кешене Һиндостандың төпкөл бер еренә алып барып ташлай. Байтаҡ ваҡыттар үткәс, Үлем фәрештәһе тағы ла Сөләймәндең эргәһенә килеп инә.

- Тәүге тапҡыр килгәнеңдә ниңә теге кешегә бик оҙаҡ текләп торҙоң? - тип һорай Сөләймән.

- Ул кешенең йәнен миңә алыҫ Һиндостан ерендә алырға бойоролғайны, ә ул бында, һинең эргәңдә ултыра. Аптырап ҡалдым. Аҙаҡ Аллаһ тәҡдире менән елдәр уны ана шунда илтеп ташланы. Йәнен алып килдем, - тигән Ғазраил.

<img class="emoji" src="https://vk.ru/emoji/e/f09f8cb8.png" alt="

Автор:
Читайте нас