1. Ҡатыныңды кәмһетмә. Һинең һәр төр кәмләүең дә уның йөрәгендә һәм хәтерендә ныҡлы эҙ ҡалдыра. Бигерәк тә, теле менән, ғәфү иттем, тиһә лә, ҡатын өсөн уның йөрәге ғәфү итеүе икеле булған иң ҙур түбәнһетеү — уның ата-әсәһен хурлауың йә намыҫына тейеүең.
2. Ҡатының менән матур мөғәмәлә ит, ул да һиңә шуның менән яуап бирер. Үҙеңә ҡарағанда уға өҫтөнлөк биреүеңде, уны һәр ваҡыт бәхетле итергә әҙер булыуыңды тойһон. Ауырып китһә, һаулығы тураһында ҡулыңдан килгәнсә хәстәрлек күрәсәгеңдә шикләнмәһен.
3. Шуны иҫеңдә тот: ҡатының һинең уның менән нимә тураһында булһа ла һөйләшеп ултырыуығыҙҙы ярата.
4. Үҙеңдең шәхси хәстәрҙәреңде ҡатыныңа йөкмәтмә. Мәҫәлән, астрономия буйынса уҡытыусы икәнһең, ҡатының да йондоҙ-орбиталар, тип башын ҡатырып йөрөргә тейеш түгел.
5. Дөрөҫлөк юлынан тайпылма, алдама, ҡатының да шулай булыр. Урамда булһынмы, экрандағығамы — һиңә харам булғандарға ҡарауҙан тыйыл.
6. Һис ҡасан кемделер оҡшатыуыңды белдереп, ҡатыныңда ҡыҙғаныу уятма — был уның йөрәген ныҡ тәрән яралар. Булған һөйөүе көйәләнеү, хафа һәм шиктәр менән алышыныр.
7. Ҡатыныңа уның ҡасандыр һиңә беленеп ҡалған насар яҡтарын иҫләтмә. Эшләгән хата-яңылышлыҡтарын әйтеп, оялтма, хурлама, бигерәк тә башҡалар алдында йөҙөн йыртма.
8. Үҙеңде тотошоңдо, ҡылыҡ-холҡоңдо тикшереп, яҡшы яҡҡа үҙгәртеп тор, ҡатыныңа ғына үҙгәрергә тимәгән. Шаяртып ҡына ла ҡатыныңда нәфрәт, ытырғаныу уятыуҙан һаҡлан.
9. Үҙеңдә ҡатыныңда булған маҡтаулы сифаттарҙы булдыр. Күпме ирҙәр ҡатындарының диндә ныҡ булыуын күреп, үҙҙәре лә дингә нығыраҡ йәбешкән.
10. Һәр ваҡыт тыныс бул, асыуланма. Асыу — ул үҙ-ара нәфрәттең һәм яуызлыҡтың нигеҙе. Ҡатының алдында яңылышлыҡ ебәрҙең икән, ғәфү үтен. Ул илап, ә һин уға асыулы булып, йоҡларға ятмағыҙ. Иҫеңә төшөр әле, күп осраҡта бит асыуыңа юҡ ҡына нәмәләр сәбәпсе. Шулар арҡаһында ғаилә тормошоғоҙ боҙолһонмо? Һәр саҡ ләғнәтле шайтандан Аллаһҡа һыйын һәм асыуыңды баҫ. Һинең өсөн ҡатының менән үҙ-ара һөйөшөп йәшәүегеҙ иң мөһиме булырға тейеш.
11. Эштәреңдә ҡатының менән кәңәшләш һәм һөйләшкәндә уның менән яғымлы бул. Фекерен дөрөҫөрәк тип күрһәң, уның әйткәнен ал һәм бының турала үҙенә лә хәбәр ит. (Мәҫәлән: "Ҡәҙерлем, мин һин кәңәш иткәнсә эшләнем, һәм ул ҡарарым миңә ысынлап ярҙам итте", — тигән). Әгәр һинең фекерең дөрөҫ булып, уныҡы һинекенә ҡаршы килә икән, ипләп кенә аңлатып, кәләшеңде үҙ фекерең яҡлы ит.
12. Ҡатының быға лайыҡлы булған ерҙә уны маҡтарға, уға рәхмәт әйтергә онотма. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: "Кем кешеләргә рәхмәт әйтмәй, шул Аллаһҡа рәхмәт әйтмәй", — тигән ("Тирмиҙи йыйынтығынан").