Көнгәк
+14 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
8 Августа , 10:00

Яулыҡ байрамы ҡатын-ҡыҙҙарҙҙың матурлығын данланы

Быуындар үреп ҡалдырған хәтер ебе. Аптраҡ ауыл клубында “Яулыҡ байрамы” үтте. Унда Иштуған, Һарыш, Смаҡ, Аптраҡ, Һыртлан ауылы, Мәләүез ҡалаһы ағинәйҙәре ҡатнашты. Маҡсаты - халыҡ йолаларын тапшырыу, ҡул эштәре, кәсепселекте пропагандалау, айыҡ тормош өҫтөнлөгөн күрһәтеү.

Яулыҡ байрамы ҡатын-ҡыҙҙарҙҙың матурлығын данланыЯулыҡ байрамы ҡатын-ҡыҙҙарҙҙың матурлығын данланы
Яулыҡ байрамы ҡатын-ҡыҙҙарҙҙың матурлығын данланы

Районда һәр ауылдың  милли ерлеккә бай үҙ байрамы бар. Ер-һыу, милли ризыҡ, тарихи ваҡиға, кәсепселек булһынмы ул – бындай сара халыҡты күпләп йәлеп итеү, мәғлүмәт туплау, быуындар бәйләнешен дауам итеү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә.

- Бөгөнгө “Яулыҡ байрамы” на алдан әҙерлек эше алып барылды. Йәй хужабикәләр өсөн ҡыҙыу осор, емеш-еләк эшкәртелеп бөтһә лә, ҡышҡылыҡҡа йәшелсә тоҙлау, салаттар эшләү мәле. Күптәрҙең шәхси хужалығында ҡош-ҡорто, малы бар, шуға ҡарамаҫтан байрам ойоштороуға шатланып риза булды, - ти Смаҡ ауылы ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Кинйәбикә Юлмөхәмәтова.

Йәйҙе барыһы ла көтөп ала. Нәҡ ошо осорҙа халыҡ байрам ойоштора, боронғо йолаларҙы тергеҙә, йылдар буйы һандыҡта һәм өлкәндәрҙең хәтерендә һаҡланған ҡиммәттәрҙе балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә тапшыра. Аптраҡ ауыл клубында үткән «Яулыҡ байрамы» ла  ошоно дәлилләне.

Сара ауыл мәсетендә башланды. Имам-хатиб Ғәйфулла Яппаров йыйылыусыларҙы тәбрикләп, ҡатын-ҡыҙ тормошонда кейемдең  һаҡлау көсөнә эйә булыуын, дини тәрбиәнең роле тураһында һөйләне. Ағинәйҙәр мәсеттә үҙеңде тотоу, тәртип ҡағиҙәләре  тураһында фекерҙе дауам итте һәм бергәләп аят уҡып, илгә именлек теләне.

Артабан йыйылыусылар ауыл клубына йүнәлде. Бында төрлө йылдарҙағы яулыҡ-шәлдәрҙән күргәҙмә ойошторолғайны.  Оҫталар ҙа буш килмәгән,  ҡул эштәренән күргәҙмә, оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Сара быуындар бәйләнеше һәм ғаилә ҡиммәте тураһында һөйләшеүгә үрелеп барҙы.

Аптраҡ клубының “Аҫылташ” фольклор ансамбле яҡташтарын ауыл гимны менән сәләмләне. Рима Сәйетбатталова күргәҙмәгә алып килгән дебет, унан бәйләнгән кейем, мамыҡты эшкәртеү, шәл бәйләү серҙәре менән уртаҡлашты.Төрлө сарала оҫталыҡ дәресе үткәреп, үҙ шөғөлөн пропагандалаған оҫта районда ғына түгел, республика кимәлендә ҡатнашып, лайыҡлы урын алған. Байрамда яулыҡтарҙы күрһәтеп кенә ҡалманылар - улар тураһында һөйләнеләр, ҡаранылар, биҙәктәрен һәм төҫтәрен тикшерҙеләр. Шәл ситендәге орнаменттың мәғәнәһе тураһында фекер алыштылар.Мәғлүм булыуынса, шәлдең биҙәк буйынса шәлдең ҡайһы төбәктән, оҫталарҙың уға ниндәй мәғәнә һалғанын билдәләргә мөмкин.

Француз яулығына килгәндә, башҡорт яугирҙәренең алышта еңеп, яҡындарына алып ҡайтҡан төп бүләге булған улар. Наполеон яуынан алып ҡайтҡан бүләктең тарихы тураһында һәр кем үҙ фаразы менән уртаҡлашты. Муллағолдан Әлфиә Ҡаранаева яулыҡ ябыныу буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Ул милли кейем тегеү,биҙәү, тимерҙе иҙеү юлы менән эшләнгән биҙәүестәр тураһында һөйләне.

Ҡаланың Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге 1-се китапхана белгесе Рәзилә Ҡотлогилдина күркәм сара ойоштороусыларға рәхмәтен белдереп, китапханаға китап һәм шиғри күстәнәс бүләк итте.

Байрамға килгән ҡатындар үҙе менән алып килгән ғаилә ҡомартҡыһы –яулыҡ тураһында айырым һөйләне, уларҙың һәр береһе шатлыҡ һәм һынауҙар тураһында хәтирә менән үрелгән. Кемдәргәлер яулыҡ ҡәйнәһенән, әсәһенән, бәғзеләренә өләсәһенән тапшырылған, берәүҙәргә иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы бүләк ителгән. . Ғүмер үкенестәргә бәйле. Ҡасандыр иң яҡын кешеләрҙән тапшырылған яулыҡ-шәл ваҡиғаларҙы  ысын мәғәнәһендә ваҡыт йомғағына урай һымаҡ...

Ағинәйҙәрҙең һөйләгәндәре ғаилә йылъяҙмаһын күҙ алдына баҫтырҙы. Һарыш ауылынан Зәйлә Әлмөхәмәтова шәл бәйләү тарихы тураһында хәтирәләре тураһында уртаҡлашты. Ул да бәләкәй сағынан апай-еңгәләрҙән күреп, бәйләргә өйрәнгән.  Был шөғөлө студент сағында ла, ғаиләле булғас та килем килтергән. “Беҙҙең “Ихлас” коллективы “Шәл бәйләнем” йырын башҡарғанда үҙҙәре бәйләгән шәл менән сыға тамашасы алдына. Уларҙы бүләк итергә лә яратам. Яңыраҡ бәйләнгәне заказ буйынса әҙерләнде, әммә уны тапшырып өлгөрмәнем”, тип ҡыҙыл рауза төҫөндәге шәлен күрһәтте. Смаҡ ағинәйҙәре Өфө районы Шамонин ҡасабаһы ағинәйҙәренең мәләүездәргә бүләк итеп тапшырған аманатын таратты. Шулай уҡ яңыраҡ тыуған иң бәләкәс бәпес иҫәнлегенә Кинйәбикә Юлмөхәмәтова ҡулъяулыҡтар өләште.

Ойоштороусылар байрамды киләсәктә лә дауам итеүен теләне.Сара йыр-бейеү менән дауам итте.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Автор фотолары

Яулыҡ байрамы ҡатын-ҡыҙҙарҙҙың матурлығын данланы
Яулыҡ байрамы ҡатын-ҡыҙҙарҙҙың матурлығын данланы
Яулыҡ байрамы ҡатын-ҡыҙҙарҙҙың матурлығын данланы
Яулыҡ байрамы ҡатын-ҡыҙҙарҙҙың матурлығын данланы
Яулыҡ байрамы ҡатын-ҡыҙҙарҙҙың матурлығын данланы
Яулыҡ байрамы ҡатын-ҡыҙҙарҙҙың матурлығын данланы
Яулыҡ байрамы ҡатын-ҡыҙҙарҙҙың матурлығын данланы
Яулыҡ байрамы ҡатын-ҡыҙҙарҙҙың матурлығын данланы
Яулыҡ байрамы ҡатын-ҡыҙҙарҙҙың матурлығын данланы
Яулыҡ байрамы ҡатын-ҡыҙҙарҙҙың матурлығын данланы
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас