Иман
16 Августа , 07:00

Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре

Донъяны һүҙ биҙәр.

Башҡорт халыҡ мәҡәлдәреБашҡорт халыҡ мәҡәлдәре
Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре
  • Далаға ебәргән атыңа ышанма.
  • Дала эсе — киң ер, оло-кесе тиң ер.
  • Даланың бейе булғансы, ҡаланың эте бул.
  • Данлы егет ил өсөн үлер.
  • Даръя төбөндәге ынйынан тау башындағы таш артыҡ
  • Даръяға төшкән - йыланға һарылған
  • Дандың төбө хөрмәт, хөрмәт төбө хеҙмәт.
  • Дегетсе күмерсегә, мине буяма, тигән
  • Дегәнәк араһында үҫкән сәскәнән һаҡлан.
  • Димсе диңгеҙ кистерә.
  • Диңгеҙ баштан болғаныр.
  • Диуанаға ҡайғы ла байрам
  • Доға ҡабатлауҙан иман иҫкермәй.
  • Донъя баҫһа, тоҙ ҙа татлыға әйләнә.
  • Донъя бер гөл итеп, бер көл итеп өйрәтә
  • Донъя - йоҙаҡ, асҡысы - белем.
  • Донъя киң тип таралма, таралған тарыны тауыҡ сүпләй.
  • Донъя күрке - йәр менән.
  • Донъя ҡораманан башлана.
  • Донъя - яйы менән, ҡоймаҡ - майы менән.
  • Донъяны һүҙ биҙәр.
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас