Көнгәк
+14 °С
Облачно
VK
ОК
Telegram
dzen
MAX
Иман
18 Августа , 09:00
Бына ошолар иң дөрөҫө! Мәҡәлдәрҙе уҡып сығығыҙ.
Сит илдең ҡарсығаһын үҙ иленең ҡарғаһы талар.
Сабыр эшен бөтөрөр, ҡауҙыр үҙен бөтөрөр.
Сабырлы булһаң, уңырһың.
Сабырлыҡтың төбө һары алтын.
Сабырлынан дошман шашалыр, сабырһыҙҙан бәрәкәт ҡасалыр
Сабырлы - солтан, сабырһыҙ — шайтан.
Сабырлы сыҙар,сабырһыҙ илар.
Сабырлыҡ - алтын ҡәлғә, ҡыҙыулыҡ - башҡа бәлә.
Сабырлыҡ - сәләмәт, сабырһыҙлыҡ - һәләкәт.
Саҡырған ергә бар, ҡыуған ерҙән кит
Самаң самаңа тура килһен
Сапҡан аттың башына һуҡма.
Сапҡан уҙыр, ятҡан ҡалыр.
Себен теймәҫ сер итә
Себеште көҙ һанайҙар.
Сей тирегә ут ҡапмай
Сентябрҙә һин дә бер, мин дә бер — мартта арыта
Силәгенә күрә ҡапҡасы
Сирле булып атҡа ултырып йөрөгәнсе, таҙа булып йәйәү йөрөгәнең артыҡ
Сиртһәң ҡаны сыҡмаҫ, һыҡһаң майы сыҡмаҫ
Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул
Сит ерҙең гөлөнән үҙ ереңдең дегәнәге артыҡ.
Сит ерҙә мал да ерҫәй.
Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул.
Сит өйҙөң түшәгендә йоҡлағансы, үҙ өйөңдөң иҙәнендә йоҡла.
Ситкә китеп эшлә, өйөңә ҡайтып аша.
Ситкә китһәң дә, ситәнгә элеп кит.
Ситте маҡта, илеңдә тор.
"Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре"
Бына ошолар иң дөрөҫө! Мәҡәлдәрҙе уҡып сығығыҙ.
Автор:
Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"