Көнгәк
+14 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
29 Августа , 10:00

Мәсеттән аҡса урлаған

Дежур часына ғибәҙәт йорто имамы мөрәжәғәт иткән. Уның хәбәр итеүенсә, төндә билдәһеҙ кешеләр бинаға үтеп ингән һәм мәсетте ремонтлауға йыйылған 10000 һум самаһы аҡсаны урлағән.

Мәсеттән аҡса урлағанМәсеттән аҡса урлаған
Мәсеттән аҡса урлаған

Әлшәй районының Раевка ауылында полиция хеҙмәткәрҙәре урындағы мәсеттең хәйер тартмаһынан аҡса урлауҙа ғәйепләнеүсене ҡулға алған.

Дежур часына ғибәҙәт йорто имамы мөрәжәғәт иткән. Уның хәбәр итеүенсә, төндә билдәһеҙ кешеләр бинаға үтеп ингән һәм мәсетте ремонтлауға йыйылған 10000 һум самаһы аҡсаны урлағән.

Асыҡланыуынса, енәйәтсе ишекте имам келәм аҫтында ҡалдырған асҡыс менән асҡан. Уғрының эҙенә тиҙ сығырға видеокүҙәтеү камераһынан видеояҙма ярҙам итә. Енәйәтсене тентеү ваҡытында урланған аҡсаны табыла һәм мәсеткә ҡайтарыла.

Аҡсаны Шишмә ҡасабаһынан быға тиклем ошондай уҡ енәйәттәр өсөн бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән 65 йәшлек ир урлаған. Ул ғәйенбен таныған. Уның һүҙҙәренсә, енәйәтте ул мохтажлыҡ арҡаһында ҡылған: көндөҙ асҡыстың ҡайҙа йәшерелгәнен күреп, төндә аҡса алырға бара.

Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас