Көнгәк
+14 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
5 Сентября , 08:00

Иҫән саҡта, әйҙә, осрашайыҡ!

Иҫән саҡта ғәфү итеү кәрәк,

Хаталарҙы, үпкә һүҙҙәрен.

 

Иҫән саҡта әле осрашырға,
Күрешергә, дуҫтар, ваҡыт бар.
Киткәндәргә генә юлдар ябыҡ,
Киткәндәргә генә ҡәбер тар.

Иҫән саҡта ғәфү итеү кәрәк
Хаталарҙы, үпкә һүҙҙәрен.
Усҡа һалып ҡына шымартайыҡ
Йөрәктәге яра эҙҙәрен.

Бөгөн әйтелмәгән һүҙҙәр өсөн
Илар мәлдәр булыр ер тырнап.
Дуҫлыҡ өсөн тостар әйтеп булмаҫ,
Дуҫлыҡ өсөн булмаҫ йыр йырлап.

Мәлен генә ҡулдан ысҡындырмай,
Ирҙәр һүҙен әйтеп ҡалайыҡ.
Күңелдәргә ҡунған һөрөмдәрҙе
Иҙел һыуҙарына һалайыҡ.

Сибәғәт Рахманғолов.

 
 
Иҫән саҡта, әйҙә, осрашайыҡ!
Иҫән саҡта, әйҙә, осрашайыҡ!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас