Милли кейем һөйләп торор,
Халҡымдың үткәндәрен.
Көнкүрешен, уй—хыялын,
Шөғөлөн, күргәндәрен.
Барыһын да кейем һөйләй:
Ҡайҙа йәшәй? Һөнәре?
Өйләнгәнме? Йәшәйеше?
Хыялы? Теләктәре?
Бик күп йылдар үтһәләр ҙә,
Буяуҙар һис уңмаһын!
Беҙҙекеләй яҡшы кейем
Һис ҡасан юғалмаһын!!!