Иман
16 Сентября , 13:00

Ғөшөр саҙаҡаһы. Уны ҡасан һәм кемгә бирергә?

Ғөшөр саҙаҡаһы - баҡсала үҫтерелгән йәшелсә, еләк-емештән бирелә торған саҙаҡа. Ул беҙҙең малыбыҙға бәрәкәт бирә

Ғөшөр саҙаҡаһы. Уны ҡасан һәм кемгә  бирергә?Ғөшөр саҙаҡаһы. Уны ҡасан һәм кемгә  бирергә?
Ғөшөр саҙаҡаһы. Уны ҡасан һәм кемгә бирергә?

Был саҙаҡаны биреп, үҙем ризыҡһыҙ ҡалам тип уйлау дөрөҫ түгел. Ғөшөрҙө генә түгел, башҡа саҙаҡаларҙы ла ихлас күңелдән бирәһең икән, уны Аллаһы Тәғәлә икеләтә арттырып ҡайтарасаҡ.
Ғөшөр - ул зәҡәттең бер төрө. Уның теүәл генә күләме булмаһа ла , йылына бер мәртәбә йыйылған уңыштың ундан бер өлөшөн фәҡирҙәргә биреү фарыз һанала.
Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә: «
Йыйып алған уңыштың ямғыр һәм йылға һыуҙары менән үҫтерелгән өлөшөнән ундан берен, ә хеҙмәт итеп, һыу һибеп үҫтерелгән өлөшөнән егерменән бер өлөшө саҙаҡа итеп бирелергә тейеш", - тигән.
Ибраһим" сүрәһенең 7-се аҫтында Аллаһы: "Мин биргән ниғмәттәргә шөкөр итһәгеҙ, арттырып бирермен. Әгәр биргән ниғмәттәремә шөкөр итмәһәгеҙ, ғазабым ҡаты булыр", - тигән.
Ғөшөр саҙаҡаһын биреп, беҙ ярҙамға мохтаждарҙы ҡыуандырып сауаплы булабыҙ. Уны бер кемгә һөйләмәйенсә, йәшереп биреү яҡшыраҡ. Аллаһы Тәғәлә беҙҙең белеп һәм белмәй ҡылған гонаһ-хаталарыбыҙҙы ярлыҡар.

Автор:
Читайте нас