Иман
29 Сентября , 14:00

Туҡтауһыҙ әжер-сауап килеп торһон тиһәгеҙ

Саҙаҡа- джәрийә хаҡында беләһегеҙме, дуҫтар? Ул кеше үлеменән һуң да туҡтауһыҙ сауап яҙыла торған саҙаҡа, мәрхүм булғас та, унан сикһеҙ әжер-сауаптар килеп торасаҡ ин шәә Аллаһ. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Туҡтауһыҙ әжер-сауап килеп торһон тиһәгеҙТуҡтауһыҙ әжер-сауап килеп торһон тиһәгеҙ
Туҡтауһыҙ әжер-сауап килеп торһон тиһәгеҙ

Уға ниндәй эштәр инеүен түбәндә уҡығыҙ:


Берәйһенә Ҡөрьән бүләк итегеҙ, ул уны уҡыған һайын һеҙгә лә әжер-сауаптар яҙылып торасаҡ;
Кем дә кем мәсет төҙөтһә йәки ундағы төҙөлөш эшендә ҡатнашһа, ошо эшкә нимәлер сарыф итһә, кешеләр намаҙ уҡыған һайын уға әжер-сауап яҙыласаҡ.
 Кем дә кем емеш ағасы ултыртһа, уның емештәрен кешеләр йәки ҡоштар ашаған һайын уға әжер-сауап яҙыласаҡ;
Ауылығыҙҙа йәки башҡа берәй урында ҡоҙоҡ ҡаҙҙырығыҙ. Был һыуҙы кешеләр йәки хайуандар эскән һайын, һеҙ үҙегеҙ был донъяла күптән булмаһағыҙ ҙа, әжер-сауап яҙылып торасаҡ.
Йәмәғәт урынында ағас ултыртығыҙ. Берәй кеше йәки хайуан уның күләгәһендә ултырған һайын һеҙгә әжер-сауаптар килеп торасаҡ.
Ислам дине тураһында дөрөҫ һәм файҙалы китаптар менән бүлешегеҙ. Әгәр берәйһе уларҙы тормошта үҙе файҙаланһа йәки балаларына, яҡындарына өйрәтһә, һеҙ ҙә бының өсөн әжер-сауаптар алып торасаҡһығыҙ.
Кем дә кем үҙе өсөн доға ҡылыусы бала тәрбиәләп ҡалдырһа, уға әжер-сауап яҙыла.
Юл, күпер һалдырыу, хәстәхана төҙөтөү кеүек эштәргә лә әжер-сауап яҙыла.


Тик быны кешеләр маҡтаһын өсөн түгел, Аллаһ ризалығы өсөн тип, дөрөҫ ниәт менән эшләгеҙ!

Автор:
Читайте нас