

Тик уның өс төрлө ғәмәле генә файҙа килтерәсәк:
садаҡатүл-джәрийә, йәғни кеше үлгәндән һуң да файҙа килтерә торған саҙаҡа;
башҡаларға биреп ҡалдырылған белем;
балаларының доғалары(Мөслим).
Тормош үҙ яйы менән бара. Киләсәккә пландар ҡороп йәшәһәк тә , иртәгә ни булырын бер кем дә белмәй. Әгәр ҙә һеҙгә Аллаһы Тәғәлә: «Кискә үләһең», - тип әйтһә, нишләр инегеҙ?
Бер ваҡыт мәшһүр ғалим Ибн Мөбәрәккә: “Әгәр ҙә һиңә Аллаһы Тәғәлә кискә табан үләһең", - тип әйтһә, нишләр инең?"– тип һорағандар. Ул: «Ғилем алыр инем», – тип әйткән.
Ғилемдең бәрәкәте - уны аңлау һәм уның буйынса ғәмәл ҡылыу. Йәғни һандыҡ төбөнә бикләп һалып ҡуйыу түгел, ә уны ҡулланыу, башҡаларға өләшеү мөһим.
Белем алайыҡ, ғилем юлында булайыҡ, саҙаҡа бирергә онотмайыҡ, балаларыбыҙҙы иманлы итеп тәрбиәләйек.