

Зекер әйтеүҙең сауабы ҙур
Зекер – Исламда Аллаһы Тәғәлә исемен данлап, ҡат-ҡат ҡабатлап салауат әйтеү. Зекерҙе намаҙ һуңынан әйтәләр.
Салауат нимәне аңлата?
Мосолмандар араһында, матбуғатта, телевидениела бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салләллааһу ғәләйһи вә сәлләмгә күп салауат әйтеү хаҡында йыш хәбәр ителә. Был ғәмәлдең бәрәкәте һәм сауаплы булыуы хаҡында китаптарҙа ла күп яҙылған. Ә нимә һуң ул салауат?
“Салауат” һүҙе беҙҙә ғәрәп телендәге “саләт” һүҙенән алынып, күплек һандағы варианты ҡулланыуға инеп киткән. “Саләт” һүҙе эсенә күп мәғәнәне һыйҙыра: намаҙҙың исеме лә “саләт” тип атала. Ул шулай уҡ доға, бәрәкәт, маҡтау, тәбрикләү, ололау, гонаһтарҙы ғәфү итеүҙе һорау, ғәфү итеү, кисереү тигәнде лә аңлата. Бәйғәмбәргә (с.ғ.с.) салауат әйтеү хаҡында Ҡөрьән Кәримдең “Әхзәб” сүрәһенең 56-сы аятында былай тиелә: “Хәҡиҡәттә Аллаһы Тәғәлә, Уның фәрештәләре бәйғәмбәргә салауат әйтә. Эй, һеҙ, иман килтергән бәндәләр! Уға ихласлыҡ менән, бирелеп салауат һәм сәләмдәр әйтегеҙ!” Тимәк, Бөйөк Раббыбыҙ Үҙе лә, Уның фәрештәләре лә бәйғәмбәргә (с.ғ.с.) салауат әйтә һәм мосолмандарға ла был эште ихласлыҡ менән башҡарырға бойора.
Аллаһы Тәғәләнең һөйөклө бәйғәмбәребеҙгә (с.ғ.с.) салауаты – уны Үҙенең рәхмәтенә алыуы, уны ғәфү итеүе, юғары дәрәжәләргә күтәреүе, уға күп сауап яҙыуы, уны һаҡлауы, уны һәр эшендә уңыштарға ирештереүе. Фәрештәләр иһә Аллаһы Тәғәләнән уны ғәфү итеүен, юғары дәрәжәләргә күтәреүен һорай, һәр ваҡыт уға ярҙамға ашыға.