Көнгәк
+12 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
15 Октября , 08:40

Ғаиләләр атай менән көслө!

    

Добавить в предпочтительные источники Google

Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге китапханала Атайҙар көнөнә арналған сара үтте. Саҡырылғандар үҙҙәренең яҡын кешеһе, терәк һәм өлгө булған атайы тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

Фәнис Бикташев ғаиләлә атай роле тураһында  һөйләне, уның һүҙе  һәм шәхси өлгөһө баланың холҡон формалаштырыуҙа, яуаплылыҡҡа һәм сыҙамлылыҡҡа өйрәтеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.

Яҙыусы Тимер Ниәтшин ҡунаҡтарҙы өр-яңы ижад емеше менән ҡыуандырҙы, ул атай һөйөүенә һәм ир-егеттәрҙең көн һайын яҡындары өсөн башҡарған тыныс, әммә иң мөһим батырлыҡтарына арналған яңы шиғырын тәҡдим итте.

Кисә йыр-моң менән үрелеп барҙы. Дамира Байморатова атаһы башҡарған йыр  башҡарҙы. Йәш ҡурайсы Рәмил Күсмәйев ҡурай моңо бүләк итте. Айһылыу һәм Рөстәм Оморҙаҡовтар ғаиләһе лә музыкаль бүләкһеҙ килмәгән. Яҡташыбыҙ, журналист Фәтҡулла  Комиссаровтың ҡыҙы атаһы тураһында хәтирәләре менән бүлеште. Мәссәл Хәкимов йыйылғандарға изге кәңәштәрен еткереп, ғаилә ҡиммәттәренең, ололарҙы хөрмәт итеүҙең һәм быуындар бәйләнешенең мөһимлеген иҫкә төшөрҙө. Уның аҡыллы һүҙҙәре ҡунаҡтарҙа  рәхмәт тойғоһо ҡалдырҙы.

Сара тағы ла бер тапҡыр Атайҙар көнө календарҙағы ябай дата ғына түгел, ә һәр ваҡыт яныбыҙҙа булғандарға иң мөһим һүҙҙәрҙе әйтеү һәм уны йөрәктән йөрәккә тапшырыу өсөн яҡшы сәбәп булыуын иҫбатланы.

Ғаиләләр атай менән көслө!
Ғаиләләр атай менән көслө!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас