ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
18 Август 2023, 09:55

Рух үлмәһә, милләт йәшәр!

Бөгөн Урал батырҙың эҙҙәре , Шүлгәндең аһтары ҡалған хозур төбәктә – “Шүлгән-Таш” тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығында “ Урал батыр” эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсын йомғаҡлау тантанаһы үтте.

Рух үлмәһә, милләт йәшәр!
Рух үлмәһә, милләт йәшәр!

Илдус Ҡаһарманов Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының махсус приздарын Йылайыр районының Исҡужа башланғыс мәктәп-баҡса тәрбиәләнеүсеһе Йәмилә Яманғолова, Бөрйән районынан Айназ Ғиззәтуллинға, Ишембай районы Маҡар урта мәктәбенән Искәндәр Һиҙиәтовтарға тапшыра.

БР халыҡ ижады буйынса республика үҙәгенең баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина башҡорт сәсәндәре сәнғәтен таратыуға тос өлөш индергән өсөн бер төркөм район-ҡалаларҙың мәктәп фольклор төркөмдәре етәкселәрен бүләкләне. Улар араһында беҙҙең район вәкиле – Иҫке Собханғол мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фирүзә Кинйәбулатова ла бар. Уға “ Башҡортостан Республикаһы сәсәндәр үҙәге”нең Рәхмәт хаты тапшырылды.

“Сәхнәләштереү” номинацияһында яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүсе ижади коллективтар ҙа билдәләнде.

Рух үлмәһә, милләт йәшәр!
Рух үлмәһә, милләт йәшәр!
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: