Конгэк
+6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
9 Октябрь 2023, 09:34

Сантехник булыу отошломо?

Был һорауға яуапты 6 октябрҙә Мәләүез индустриаль колледжында  үткән ғәҙәти булмаған дәрестә эҙләнеләр.

Уҡытыусылар ролендә «Иң яҡшы сантехник. Бөтә Рәсәй кубогы» конкурсында ҡатнашыусылар - «Мастер Сан Юниор» командаһы ағзалары, колледжда «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мастеры» һөнәрен үҙләштереүсе студенттар Родион Машин, Кирилл Клочек һәм етәкселәре Фәнис Бикташев сығыш яһаны. Иретеп йәбештереүсегә уҡыған беренсе курс уҡыусылары өсөн улар «Слесарь-сантехник» һөнәре буйынса танып белеү дәресе үткәрҙе.

Слесарь-сантехник Фәнис Бикташев - үҙ эшенең танылған оҫтаһы. Коллегалары менән ике йыл ошо абруйлы конкурста ҡатнашты һәм финалға сыҡты. Былтырғы йылдан Фәнис Әлимғол улы остазлыҡ менән ныҡлап шөғөлләнә. Колледжда «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мастеры» һөнәрен алған балалар менән Өфөлә өс көн дауамында «Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ» бөтә Рәсәй форумы сиктәрендә баш ҡала уҡыусылары өсөн һөнәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре бирҙе. Быйыл яҙ эксперт сифатында ошо һөнәр буйынса беренсе сығарылыштан имтихан алды. Буласаҡ коллегалары менән уңышлы хеҙмәттәшлекте дауам итеп, командаға студенттарҙы саҡырҙы һәм бергәләп бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсында ҡатнашалар. «Яҡшылыҡ йылыта» тип аталған беренсе этап тураһында яҙғайныҡ инде. Унда мәләүез командаһы МХО-ла һәләк булған яугирҙың әсәһе Сәриә Ҡолмөхәмәтоваға хәйриә ярҙамы күрһәтте. Конкурс спонсорҙары аҡсаһына алынған сантехник ҡорамалдарҙы уның фатирында урынлаштырҙы.

«Сантехмен мәктәбе» конкурстың икенсе этабы булып тора. Фәнис Бикташев, үҙенең күп йыллыҡ тәжрибәһенә таянып, «Слесарь-сантехник» һөнәренең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Остаз үҙе, бөгөнгө студенттар кеүек, ябай ауыл егете, мәктәптән һуң ҡалаға килгәнен һәм иретеп йәбештереүсе һөнәрен алғанлығын һөйләне. Әммә шунда ғына туҡтап ҡалмай, яйлап төрлө һөнәрҙәрҙе үҙләштерә. Фәнис Әлимғол улы «Егет кешегә 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ» тигән башҡорт мәҡәлен ярата.

Артабан дәресте ойоштороусылар балаларҙы «Иң яҡшы сантехник" конкурсы менән таныштырҙы, беренсе этапты үтеү тураһында фильм күрһәтте. Конкурста ҡатнашыусы студенттар Родион һәм Кирилл тиҫтерҙәренә ни өсөн «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мастеры» һөнәрен һайлағандарын ҡыҫҡаса һөйләне.

Дәресте дауам итеп Фәнис Бикташев студенттарға полипропилен торбаларҙы иретеп йәбештереү буйынса оҫталыҡ дәресе үтергә тәҡдим итте. Был технология буласаҡ иретеп йәбештереүселәргә таныш, шуға күрә балалар яңы ҡорамалдар менән эшләргә ихлас ризалашты. Родион менән Кирилл уларға ярҙам итте, сөнки егеттәр был технологияны уңышлы үҙләштергән, хатта остаздары менән бергә полипропилен торбаларҙан яҡтыртҡыс та эшләп ҡуйғандар. Был сантехник һөнәренең күп яҡлы, ҡыҙыҡлы һәм, иң мөһиме, иҡтисади яҡтан отошло булыуына тағы бер дәлил булып тора.

Гөлиә ШАҺИҒӘЛИНА.

Сантехник булыу отошломо?
Сантехник булыу отошломо?
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: