Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
16 Октябрь 2023, 16:00

Минең ҡәҙерлеләрем

Гөлнара Абдулсәләмова үҙенең ғәзиз кешеләре тураһында ҡыҫҡа, әммә йылы ғына йөкмәткеле хат яҙып һалған.

Минең ҡәҙерлеләрем
Минең ҡәҙерлеләрем

"Фотола минең ҡәҙерле ҡәрсәйем, Күгәрсен районының Сапыҡ ауылында тыуып үҫкән Миңлегөл Әбделсәләмова һәм өләсәйем Көнһылыу Ҡотлогилдина.
Ҡәрсәйемдең тормош юлы ауыр һуғыш йылдарына бәйле. Күңелемдә ҡәрсәйемдең: "Минең ҡәрсәйем 1946 йылда "Улым" тип йүгерҙе бер ирҙе ҡосаҡларға, ә мин 5 йәшлек ҡыҙ, был минең атайымдыр тип барып аяғынан ҡосаҡланым", - тигән һүҙҙәре ята.
Ул 19 йәшендә ҡартайым менән бергә тормош көтә башлай. 5 бала үҫтерәләр. Балалары үҫеп бөткәс, ҡәрсәйем 40 йәшендә Өфөгә китапханасы һөнәренә уҡырға инә. Уның менән сикһеҙ ғорурланам! Әлеге көндә ул 8 ейән-ейәнсәренә ҡәҙерле өләсәй һәм ҡәрсәй, дүрт тапҡыр ҡартөләсәй.
Өләсәйем Үрге Мөрсәләй ауылында тыуып үҫкән. Бәләкәй саҡтан мине ҡурсалап, мәктәпкә үҙе үҫтергән сәскәләрҙән гөлләмәләр яһап, яңы йыл байрамына костюмдар тегеп ебәрер ине. Әлеге көндә ейән-ейәнсәрҙәргә бай өләсәй ул!
Ҡәрсәйем менән өләсәйем тыныс, ипле, изге, ярҙамсыл кешеләр, төплө кәңәштәре әлеге көндә лә кәрәк. Икеһе лә ҡунаҡҡа көтөп, һағынып ҡаршылап торалар. Ҡәҙерле кешеләремә ныҡлы һаулыҡ һәм бәхетле тормош теләйем", - тип яҙа Гөлнара Абдулсәләмова үҙенең ғәзиз кешеләре тураһында.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: