Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
13 Декабрь 2023, 13:52

Сибәр, сәмле, булдыҡлы беҙҙекеләр!

Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр! Афарин, Диана!

Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Башҡортостан тажы 2023» республика гүзәллек бәйгеһенең - «Рәсәйҙең алтын тажы 2023» бөтә Рәсәй матурлыҡ конкурсының төбәк этабының финалы үтте.

Ҡала мәҙәниәт һарайында үткән конкурстың финалында туғыҙ матур ҡыҙ ҡатнашты. Бәйгеселәргә үҙҙәре тураһында һөйләргә, милли кейемдәрҙә һәм киске күлдәктәрҙә сығыш яһарға, шулай уҡ ижади номер уйлап табырға кәрәк ине. Яҡташыбыҙ Динара Зәйнуллина  бөтә этаптарҙы ла юғары кимәлдә үтәне һәм «Башҡортостан һылыуҡайы - 2023» исеменә лайыҡ булды. Ул күптән бындай конкурста ҡатнашырға хыялланған. Шулай уҡ финалдан һуң Динара Башҡортостан делегацияһы менән Мәскәүгә «ESTET FASHION WEEK» мода аҙналығын ябыуға ла барып ҡайтты. Уға «Башҡортостан подиумы королеваһы» исеме бирелде.

Сибәр, сәмле, булдыҡлы беҙҙекеләр!
Сибәр, сәмле, булдыҡлы беҙҙекеләр!
Сибәр, сәмле, булдыҡлы беҙҙекеләр!
Автор:Дина Ишматова
Читайте нас: