Конгэк
+6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
27 Февраль , 15:55

МИН-ҠАТЫН -ҠЫҘ

Мин - наҙлы зат. Дәрәжәм юғары. Донъя йәме -әсә,ҡупшы ҡыҙ.  Өй йылыһын һаҡлап ғүмер итәм, Усағымда һәр саҡ дөрләй ҡуҙ. Йән йылытыр йылылыҡ бар миндә, Көйҙөрһәләр көйрәп китәмен.  Боҙҙо иретерҙәй ҡараш менән,  Күҙҙәремдән нурҙар түгәмен. Мин - серле зат,төрлө була алам, Һүҙҙәремдең барҙыр тылсымы. Аңлай алмаҫ күптәр. Ҡалһын шулай, Асылмаһын серҙең асылы. Ошо шиғыр юлдары тәүге конкурсантыбыҙ - әйҙәүсе китапханасы Гөлнара Хәлитова тураһында әйтелгән кеүек.

МИН-ҠАТЫН -ҠЫҘ
МИН-ҠАТЫН -ҠЫҘ

Ике ҡулына бер эш - китап таратып ултырыу, тип әйтер был һөнәрҙең эш айышына төшөнмәгән кеше. Гөлнараның ҡулынан килмәгән эш юҡ, бына яңыраҡ Федоровка районы Батыр ауылы мәҙәниәт уның режиссерлығы менән “Аманат” халыҡ театры актерҙары “Тау аҫтында тал илай” спектаклен ҡуйҙы. “Спектакль аншлаг менән уҙҙы, һәр бер геройҙың характер һыҙаты асып һалынды, хис-тойғоларҙы тотоп булманы, иламаған тамашасы ҡалманы”, - ти спектаклде ҡуйыусы режиссер Гөлнара Сынтимер ҡыҙы. “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы ауылда алып барылған сараларҙың да уртаһында ҡайнай әүҙем китапханасы.

Уның эшен күреп баһалай беләләр:тормоштағы ижтимағи-сәйәси әүҙемлеге өсөн ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Маҡтау грамотаһы, 2002 йылда бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн күкрәк билдәһе, 2006 йылда бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн миҙал, китапхана хеҙмәтләндереүен һәм халыҡтың ялын ойошторуға ижади ҡарашы өсөн Федоровка районы хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы, бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетынан, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен, милли мәҙәниәттәрҙе һәм йолаларҙы пропагандалағы, бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарарҙарын тормошҡа ашырғаны өсөн рәхмәт ҡағыҙы, Рәсәй Федерацияһы федераль йыйылышының алтынсы саҡырылыш дәүләт думаһы һәм депутаттарын һәм РФ Президентын һайлауҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса уңышлы эше өсөн БР Үҙәк һайлау комиссияһының почет грамотаһы, Башҡортостан Республикаһы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең почет грамотаһы менән бүләкләнә. 

Халыҡ -ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан уҙғарылған конкурста беҙ Гөлнараға уңыштар теләйек!

 

МИН-ҠАТЫН -ҠЫҘ
МИН-ҠАТЫН -ҠЫҘ
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: