Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
5 Март , 19:55

ҺАУ БУЛ, ҠЫШ!

"Айыҡ ауыл" республика конкурсы халыҡты айыҡ йәшәү рәүешенә әйҙәүгә, әүҙем тормошҡа, спортҡа ылыҡтырыуға, эскелекте иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. 

ҺАУ БУЛ, ҠЫШ!
ҺАУ БУЛ, ҠЫШ!

Райондың Васильевка ауылы конкурстың муниципаль этабында еңеп, республика кимәленә сыҡты. Бөгөн шул уңайҙан ауылда «Масленица» - ҡышты оҙатыу байрамы уҙҙы. Күркәм сарала мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты.

Ауылдың иҫтәлекле урындары менән танышыуҙан башланған сара "Масленица" - ҡышты оҙатыу халыҡ байрамы менән тамамланды. Мәртәбәле ҡунаҡтар, «Айыҡ ауыл» конкурсының республика комиссияһы ағзалары, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков, муниципаль район Советы секретары Лилиә Һөйәрғолова һәм Роспотребнадзорҙың Күмертау территориаль бүлеге начальнигы Кристина Памурзина, район-ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Ләлә Рафиҡова урындағы балалар баҡсаһы, фельдшер-акушер пункты, ауыл магазины, сиркәү, хужалыҡ субъекттары менән танышҡас, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалды.

"Шишмәкәй" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов уйнаған көйгә бейеп кинәнде.

Йыр-моңға, уйын-көлкөгә бай сарала ауылдың ҡул эше оҫталары эштәренән торған күргәҙмәгә һоҡланмаған кеше булмағандыр. Ағастан йыйылмалы өҫтәл, ултырғыстар яһаған Илшат Псәнчин үҙ шөғөлөнөң нескәлектәре менән таныштырҙы. 

Байрам барған урында ауыл халҡы үҙ хужалығында етештергән аҙыҡ-түлек тәҡдим итте. Унда ит ризыҡтары, ҡымыҙ һатып алыусылар байтаҡ ине. 

Төп сара барған майҙанға йыйылғандарҙың береһе лә милли уйындарҙан ситтә ҡалманы, олоһо ла, кесеһе лә теләп ҡатнашты. Ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов көйөнә йырлап, бейеп күңел асты. Халыҡтың мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, көнкүрешен сағылдырған сағыу байрам васильевкаларҙың үҙ-ара дуҫ, татыу һәм берҙәм булыуын күрһәтте. Улар әйтеүенсә, «Айыҡ ауыл» конкурсы ауылға "йән өргән", ауылда 70-тән ашыу күңелле һәм фәһемле сара үткән. Һәр яҡлап һәләтле яҡташтарыбыҙҙың конкурста еңеүен теләйбеҙ! Алға, райондаштар!

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотолары һәм видеоһы. 

 

ҺАУ БУЛ, ҠЫШ!
ҺАУ БУЛ, ҠЫШ!
ҺАУ БУЛ, ҠЫШ!
ҺАУ БУЛ, ҠЫШ!
ҺАУ БУЛ, ҠЫШ!
ҺАУ БУЛ, ҠЫШ!
ҺАУ БУЛ, ҠЫШ!
ҺАУ БУЛ, ҠЫШ!
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: