Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
6 Март , 12:43

Сибай ҡалаһынан 20 йәшлек Камилия Насретдинова "Йондоҙҙар фабрикаһында"

ТНТ каналында «Яңы Йондоҙҙар Фабрикаһы» телепроектының беренсе эпизоды күрһәтелде. Программаның остаздары — Сергей Жуков һәм Сергей Шнуров. Жюриҙа Егор Дружинин, Анна Хилькевич һәм Клава Кока эшләй, Регина Тодоренко менән Тимур Родригез алып бара.

Сибай ҡалаһынан 20 йәшлек Камилия Насретдинова "Йондоҙҙар фабрикаһында"
Сибай ҡалаһынан 20 йәшлек Камилия Насретдинова "Йондоҙҙар фабрикаһында"

 

«Яңы Йондоҙҙар фабрикаһы» проектында 17 һәләтле башҡарыусы ҡатнаша. Улар араһында — Сибай ҡалаһынан 20 йәшлек Камилия Насретдинова. 9-сы лицейҙа уҡыған сағында Камилия «Подсолнух» вокаль ансамблендәа йырлай, «НеБарби» төркөмө солисы була, «Индиго» бейеү студияһында бейей, ҡала концерттарында даими ҡатнаша. Яҡташыбыҙ Сибай исеменән сығыш яһаһа ла, Камилия Мәскәүҙә йәшәй. Ул Мәскәү сәнғәт колледжының вокал бүлегендә уҡып йөрөй.

Һәр ҡатнашыусы сәхнәлә саҡырылған артист менән дуэт йырлаған. Ошо сығыштарҙан һуң остаздар үҙ командаларын төҙөгән. Шоу ҡағиҙәләренә ярашлы, ҡатнашыусыларҙың береһе проекттан китергә тейеш. Беренсе сығарылышта Камилия Катя Лель менән бергә «Минең мармеладный» хитын башҡара.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-03-05/v-teleproekte-novaya-fabrika-zvezd-uchastvuet-20-letnyaya-devushka-iz-bashkirii-3670415

сығанаҡ: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас: