Конгэк
+8 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
1 Июль , 16:25

КОНКУРС ТАМАМ!

 Рәсәйҙә Ғаилә йылы айҡанлы социаль селтәрҙәге төркөмдә ойошторолған «ҒАИЛӘМ - ҠӘЛҒӘМ» конкурсына йомғаҡ яһаныҡ, дуҫтар! Унда береһенән-береһе шәп ун ғаилә ҡатнашты. Барыһы ла маҡтауға һәм һоҡланыуға лайыҡ булһа ла, һәр бәйгенең еңеүсеһе була. Иң күп тауыш йыйыу һөҙөмтәһендә урындар түбәндәгесә баһаланды:  

КОНКУРС ТАМАМ!
КОНКУРС ТАМАМ!

Быйыл Рәсәйҙә иғлан ителгән Ғаилә йылы айҡанлы социаль селтәрҙәге төркөмөбөҙҙә ойошторолған «ҒАИЛӘМ - ҠӘЛҒӘМ» конкурсына йомғаҡ яһаныҡ, дуҫтар! Унда береһенән-береһе шәп ғаиләләр ҡатнашты. Барыһы ла маҡтауға һәм һоҡланыуға лайыҡ булһа ла, һәр бәйгенең еңеүсеһе була. Иң күп тауыш йыйыу һөҙөмтәһендә урындар түбәндәгесә баһаланды:

1 урын - Мәләүез ҡалаһынан Лилиә һәм Самат Ҡазихановтар

2 урын - Салауат ҡалаһында йәшәүсе Диана һәм Айнур Бикбулатовтар 

3 урын - Мәләүез районы Яңауыл ауылында йәшәгән Алина һәм Алик Ғиззәтуллиндар

Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм артабан да шулай әүҙем булыуҙарын теләйбеҙ. Ғаиләләрегеҙ ныҡ, татыу һәм бәхетле булһын!

 

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм беҙҙең менән бәйләнешкә инеүегеҙҙе һорайбыҙ!

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: