Конгэк
+22 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
20 Октябрь 2023, 17:10

600 меңгә яҡын аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға яҙған

Аферистар Көйөргәҙе районынан бер бабайҙы 545 мең һум аҡсаға һемәйтә яҙған.

600 меңгә яҡын аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға яҙған
600 меңгә яҡын аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға яҙған

Почта хеҙмәткәре һәм таксисттың уяулығы арҡаһында пенсионер шәхси тупланмаларын һаҡлап ҡала. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Көйөргәҙе районы буйынса бүлегенә 84 йәшлек ир мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, пенсионерға кеҫә телефонына хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәренән шылтыратыу килгән. Шылтыратыусы ғариза биреүсенән аҡсаһы бармы-юҡмы тип һорай. Яҡшы яуап алғас, мутлашыусы артабанғы ғәмәлдәргә күсә. Банк хеҙмәткәре тип таныштырған кеше оло йәштәге гражданды бар аҡсаһын «хәүефһеҙ иҫәпкә» ебәрергә күндерә. Аргумент сифатында мутлашыусы ауыл кешеһен һалым хеҙмәте менән ҡурҡыта, ул, йәнәһе, өйҙә страховкалау өсөн аҡсаһын тартып ала ала. «Белгес»кә ышанып, пенсионер 525 мең һум күләмендә аҡса йыя һәм «хоҡуҡ һаҡсыһы» менән йәнә шылтырата. Үҙ сиратында, енәйәтсе, тиҙҙән иргә банк учреждениеһына барып етергә ярҙам итеү өсөн таксист киләсәген аңлата. Бер аҙҙан пенсионер таксила банкка юллана. Водитель нервыһы ҡаҡшаған пассажирға иғтибар итә һәм ашығыс юлға сығыу сәбәбе менән ҡыҙыҡһына. Хәлде аңлап, таксист пенсионерҙың мутлашыусылар селтәренә эләгеүен аңлай. Ир сәйәхәт маршрутын үҙгәртә һәм пассажирын полиция бүлегенә алып килә. Был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Башҡортостан республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы етәкселеге мутлашыуҙы иҫкәрткән такси водителен дәртләндереү мәсьәләһен хәл итә.

 Ермолаевка ауылында йәшәүсе 84 йәшлек иргә ҡарата бындай мутлашыу беренсе осраҡ түгел. Бынан алдараҡ уға “Һаулыҡ Һаҡлау министрлығы”нан шылтыратыу килә. Алдан һатып алынған дарыуҙар өсөн компенсация алыу һылтауы менән мутлашыусылар ғариза биреүсенән 20 мең һум аҡса алырға маташҡан. Әммә почта бүлексәһе хеҙмәткәре ауыл кешеһен аҡса ебәреүҙән ваҡытында туҡтата һәм полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыра.

600 меңгә яҡын аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға яҙған
600 меңгә яҡын аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға яҙған
Автор:
Читайте нас: