Конгэк
+18 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
30 Октябрь 2023, 15:25

Мәләүез ҡалаһында полиция хеҙмәткәре 2 миллиондан ашыу ришүәт алған

Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығының айырыуса мөһим эштәрҙе тикшереү буйынса бүлеге «айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыу» статьяһы буйынса енәйәт ҡылыуҙа шикләнеү буйынса Рәсәй эске эштәр министрлығының Мәләүез районы буйынса бүлек начальнигының 49 йәшлек урынбаҫарына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты.

Мәләүез ҡалаһында полиция хеҙмәткәре 2 миллиондан ашыу ришүәт алған
Мәләүез ҡалаһында полиция хеҙмәткәре 2 миллиондан ашыу ришүәт алған

Ғәйепләнеүсе 2014 йылдан 2018 йылға тиклем район биләмәһендә эшләмәгән үткәргес торбаны һүтеү һәм һатыу менән шөғөлләнгән урындағы эшҡыуарҙан законһыҙ аҡсалата бүләк биреүҙе талап иткән. Бының өсөн ул район территорияһында эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең тикшереү сараларын үткәргәндә техникаһын тартып алыу сараларын күрмәҫкә вәғәҙә бирә. Эшҡыуар, эштәге ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡып, ризалаша һәм даими рәүештә хоҡуҡ һаҡлаусыға кәрәкле суммаларҙы тапшыра. Был осорҙа полиция хеҙмәткәре 2,3 миллион һумдан ашыу аҡса алған.

"Республика эске эштәр министрлығының үҙ именлеге оперативниктары Рәсәй эске эштәр минисрлығының Мәләүез районы буйынса бүлеге начальнигы урынбаҫарының законһыҙ эшмәкәрлеге факттарын асыҡланы. Оперативниктар йыйған материалдар нигеҙендә тәфтиш органдары процессуаль ҡарар ҡабул итә. Хеҙмәткәрҙең ғәйебен раҫлаһа, ул кире нигеҙҙәр буйынса эске эштәр органдарынан бушатыласаҡ һәм закон менән билдәләнгән тәртиптә язаһын аласаҡ», — тип аңлатма бирҙеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Хәҙер полиция хеҙмәткәренең хеҙмәт һәм йәшәү урынында тентеүҙәр үткәрелә, уның менән енәйәттең бөтә шарттарын һәм шундай уҡ енәйәт факттарын асыҡлауға йүнәлтелгән артабанғы тикшереү эштәре үткәрелә. Уға һаҡлыҡ сараһын һайлау мәсьәләһе хәл ителә. Бынан алда «Башинформ» Башҡортостанда Туймазы урман хужалығы бүлегенең элекке начальнигы ришүәт алған өсөн суд алдына баҫасағы тураһында хәбәр иткәйне.

Мәләүез ҡалаһында полиция хеҙмәткәре 2 миллиондан ашыу ришүәт алған
Мәләүез ҡалаһында полиция хеҙмәткәре 2 миллиондан ашыу ришүәт алған
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: