

Ваҡыт табыу түгел еңел.
Осрашырбыҙ берәй ҡасан,
Ҡасандыр бер...Бөгөн түгел!
Нәфрәт менән яна йәнем,
Асыуымды көскә баҫам,
Бар донъяны емерергә –
Бөгөн түгел... Берәй ҡасан!
Эсем тулы һағыш ҡына,
Тулай йөрәк, әрней күңел.
Эх, тәгәрләп илар инем –
Берәй ҡасан... Бөгөн түгел!
Яратам, тик өндәшмәйем,
Йөрәгемде ниңә асам?
Берәй ваҡыт әйтермен ул –
Бөгөн түгел... Берәй ҡасан!
Берәй ҡасан... Мәңгелеккә
Килгән кеүек, ниңә ҡасам?
Өлгөрмәйсә ҡалһам әгәр?
Булмай ҡуйһа был “бер ҡасан”?
Хоҙай күпме ғүмер биргән?
Урынында түгел күңел...
Үкенескә тороп ҡалһа?
Ә нишләп һуң бөгөн түгел?!
Фирүзә АБДУЛЛИНА.