Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
26 Октябрь 2025, 02:05

Түҙәм

"Түҙ һин, түҙ йәме?"Түҙәм.Түҙәм.

ТүҙәмТүҙәм
Түҙәм

Һандал нурға сумды күк йөҙө лә,
Таң аттырҙым тағы күҙ элмәй.
Теҙелешеп кенә осоп үткән
Аҡҡоштарға саҡ-саҡ эйәрмәй,
Түҙҙем нисек...
Түҙҙем,
Һыпырҙым да
Ике генә бөртөк күҙ йәшен.
Таң еле лә, мине йыуатҡандай,
Сәстән һыйпай:
"Түҙ һин, түҙ йәме?"
Түҙәм.
Түҙәм.
Сабырлыҡҡа һынау
Үтелгән ул.
Күптән сыныҡҡан.
...Миҙгел менән миҙгел алмашҡанда
Һыҙланалар икән тынлыҡтан...

Айгөл Айытҡолова.

Автор фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас