Әҙәбиәт
27 Октября 2025, 03:05

Көҙ

Көҙ – генералмы ни!Ранжир... Каре...Теҙеп сыҡты китәр ҡоштарҙы.Үҙәк өҙөп улар хушлашыр ҙаТағып китер беҙгә ҡыштарҙы.  

Добавить в предпочтительные источники Google
КөҙКөҙ
Көҙ
Көҙ – генералмы ни!
Ранжир... Каре...
Теҙеп сыҡты китәр ҡоштарҙы.
Үҙәк өҙөп улар хушлашыр ҙа
Тағып китер беҙгә ҡыштарҙы.
 
Шағирмы көҙ?
Шағир!
Рифма-рифма
Хис-тойғолар буйҙан-буйлатып.
Моңсол ғына шиғыр шыбырлай ул
Әллә ниндәй уйҙар уйлатып.
 
Мольбертында көҙҙөң –
Аква буяу.
Төҫтәр эҙләй. Таба.
Эй разый.
(Сигеү сигеп ник хитланған булдым?
Рәссам берәү. Юҡтан ҡоҙағый.)
 
Ә музыка ниндәй?!
Көй – йыһандан!
Эфир ҡанатынан моң тама.
Көҙҙөң ғүмере ҡыҫҡа:
Карнавалдар,
Фестивалдәр кеүек тантана.
 
Тамара Ғәниева.
Автор фотоһы. 

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас