Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
28 Октябрь 2025, 02:05

Әсәй,ҡаҙ һәм ай

Әсәй беҙгә ҡышты сығырға килде.

Әсәй,ҡаҙ һәм айӘсәй,ҡаҙ һәм ай
Әсәй,ҡаҙ һәм ай

Әсәй беҙгә ҡышты сығырға килде. Килде, тип... Үҙебеҙ алып ҡайттыҡ инде. Бик үк ҡалаға килергә атлығып та тормай ине. Аламамы, яҡшымы һәр кемгә үҙ донъяһы ҡәҙерле - ташлап киткеһе килмәй.
- Күрешеләремде һағындым, Саниямды, Кәбирәмде, тип күңелһеҙләнә. Йәйгән урынды яратмай, бер тора, бер кире ята. Яҫтыҡты оҡшатмай, йомшартам, тип ҡаға, һуға, тызый. Шунан яҫтығын ҡосаҡлап, тәҙрәгә килә, тышты күҙәтә.
-Аһ-аһ, һеҙҙә ай икәү икән дә баһа! - тәҙрә ҡаршында торған бағана башындағы түңәрәк фонарьҙы айға оҡшатыуы.
- Ул ай түгел. Бағананың уты.
-Эсвит мени? Ээй, алмаша. Ай тип торам... Беҙҙә ней, эсвитте төнгөлөккә һүндерә лә ҡуялар. Хөкүмәттең аҡсаһын һөрәй, тиҙәр әллә.
Шулай йөрөп таң аттырабыҙ. Мин сәй ҡуям. Әсәй эргәмдә йөрөй. Шунан тағы тәҙрәгә килә.
- Ыста, анауы сәскәләр ҡайһылай бейек булып үҫкәндәр. Былай сәскәләрҙе күргән юҡ ине.
- Әсәй, миләштәр ҙә инде. Миләш тәлгәштәре ҡыҙарып тора.
- Әәә, шулай икән шул... Күҙ етә күрмәй инде хәҙер. Анауында бер ҡаҙ ултырамы шул?
- Ҡайҙа?
-Анау ҡоймаға һыйынып ҡына оҙон муйынлы бер нәмә ултыра түгелме? Ҡыуаҡ араһында...
- Әсәй, ул ҡый! Осоп килеп ятҡандыр, - ҡыуаҡтар араһында ,,Магнит" магазинының моҡсайы эләгеп тора икән.
- Осоп килеп төшкәндер, тим шул мин дә. Сәфәренән яҙып, аҙашып килеп төштө микән бахыр ҡаҙ? Өшөй бит инде, ҡышын сасҡауҙа. Әллә өйгә индереп торайыҡмы?Килендәрҙең берәйһе килһә, апҡайтырҙар ине. Яҙ бәпкә баһып сығарыр ине. Инә ҡаҙға оҡшап ята. Йәтеш күренә. Санияның ата ҡаҙына ҡушып ебәрһәк... Ээй, әллә үҙем дә ҡайтайым да китәйем микән? Күрешеләремде һағындым.
Әсәй көн дә тәҙрәнән ,,ҡаҙҙы" күҙәтә: көн дә ҡаҙ һөйләйбеҙ ҙә, күрше һөйләйбеҙ.
Ҡарҙар яуҙы. Ел -буранлап торҙо. Бер көн шулай ,,ҡаҙыбыҙҙы" ел осороп алып киткән...
- Әй, әттәгенәһе. Ҡаҙыбыҙға эт-ҡорт тейҙеме икән? Йә анау боҙ онтап йөрөгән бабайҙан салдырып, өтә һалып, ашап ҡуймағанбыҙ. Бөрләтәү ашағы килеп китте... Яҫтығың да әллә ҡайһылай... Йәтеш кенә, йомшаҡ ҡына итеп яҫтыҡ эштәп алыр инек...
Йә, анауы килендәре килмәҫ булды...
С. Тамимдар.

Автор фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас