Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
1 Ноябрь 2025, 01:05

"Бибиәсмәм..." (башы)

Ауылдың ситендә генә, кисеү аръяғында яңғыҙ ғына өй тора. Япа -яңғыҙ.

"Бибиәсмәм..." (башы)"Бибиәсмәм..." (башы)
"Бибиәсмәм..." (башы)

Ауылдың ситендә генә, кисеү аръяғында яңғыҙ ғына өй тора. Япа -яңғыҙ. Бүтән йорттар кисеүҙе сыҡҡас, арҡырыға-буйға теҙелешеп киткәндәр. Бәләкәс кенә бөтөп барған, ун биш хужалыҡтан торған ауыл ул. Ваҡытында, алтын приискалары гөж килеп, алтын табыу эшендә мәж килгән халҡ йәшәгәндә, ауыл ҡәҙимге ҙур ине әле.
Ана шул өйҙөң башы ҡалай менән ябылып, үҙе дыңғырҙап торған ҡыҙыл ҡарағас бүрәнәләрҙән буралған. Урыҫ ҡапҡаһы ла теп-текә, текмәһе лә ҡыйшаймаған хатта. Арыуыҡ буш торҙо бит. Көҙгөһөн оҙон итеп быҫҡаҡлап яуған ямғырҙарҙың тамсыһы ла мөрйә эргәһенән эскә ағып төшөп,мейесте һыулатманы. Ажғыр бурандарҙа ла ҡапҡаһы шыпа һелкенмәне, бала-саға ла ҡапҡаны асып китеп, кеше малы инеп, үтә сығып, ҡайһы бер ихаталарҙағы һымаҡ, көтөүҙән айырылған әрһеҙ кәзәләр тапап, үтә атма хәленә килмәне. Өй хужаһы юғалған, үлгән, шикелле, тип төрлө хәбәрҙәр йөрөнө, һәр кем үҙенсә сурытты ла бөттө. Утыҙ йыллап күренмәне Һиҙиәтулла.
Көҙ айҙары етеп, кисеү тирәләй ултырған еректәр ипләп кенә иҫкән елгә лә япраҡтарын ҡойоп, кисеү өҫтө төрлө төҫтәге япраҡтар менән сыбарланған, һалҡын, эңер мәле ине. Өйҙөң алты тәҙрәһендә лә һары ғына булып уттар балҡыны, мөрйәнән зәңгәр генә төтөн сыҡты! Йән өрҙөләрме ни: өй ҡапыл ғына ҡотайып, күркәмләнде, эргә-тирә йәмләнеп киткән һымаҡ булды.
Һиҙиәтулла бабай ҡайтып төштө! Москвичта.
- Тыуған тупраҡ гел генә тартты ла торҙо. Үҙәктәр өҙөлөп һағындым. Баласаҡтағы урман һуҡмағы ла, йәшлектәге һөйгән һылыу ҙа... Һин яҡты донъяға тыуғанһың да, һинең кендегеңде тыуған ереңә бәйләп ҡуйғандар һымаҡ, әллә нимә тартып тик торҙо мине, тип әйткән, ти, күрешергә тип килгән ауылдаштарына.
Бабай тигәс тә, таяҡҡа таянған, кәкерәйгән ҡарт түгел ул. Ҡәҙимге, мыҡты, төҙ кәүҙәле, ,,тып" баҫып йөрөгән уҙаман. Сит өлкәгә сығып китеп, ике уллы ҡатынды алып, донъя көткән икән. Әбейен ерләгәс, үҙ донъяһына ҡайтып төшөп тороуы инде.
Улы баҡсалағы, ихаталағы ялбырап киткән саған, муйыл ағастарын бысты, күрәһең, көн буйы бысҡыһы ызылданы. Килене тәҙрәләрҙе эстән, тыштан йыуҙы, яңы селтәрҙәр элде, иҙәндәрҙе тупһаға тиклем ҡырып, йышып йыуып, ҡаралдыларҙы ҡояшҡа элеп, ҡаҡҡысланы, кисеүҙә кер сайҡаны. Ике кис ҡундылар ҙа, москвичтарына ултырып, елеп ҡайтып та киттеләр.
Үҙе күтәрҙе ошо йортто Һиҙиәтулла,үҙе ҡорҙо. Әсәһе мәрхүмә килен йомошап,түрҙә генә ултырыр инем,һыйырҙың имсәген тартыр ҙа әмәлем ҡалманы,сәңгелдәк кенә бәүетергә хәл бар аҙыраҡ,тип ултырыр ине-өйләнмәне Һиҙиәтуллаһы.
Килендең ҡәҙер-хөрмәтен дә күрмәне,сәңгелдәк тә бәүетмәне-китеп барҙы әсәһе.
Һиҙиәтуллаһы ҡәҙер итте әсәһен.Улынан риза китте былай.
Төгән ауылда эшкә яраған ғына ҡыҙ бар икән,фәлән ауылда һылыу ғына тол ҡалған килен бар,миш,тип димләнеләр.Һиҙиәтулла барманы,йөрөмәне.Ҡыҙҙар ҡарамаҫлыҡ та түгел,текә,мыҡты ,күркәм генә холҡло ,баҫһа баҡыр,типһә тимер өҙөрлөк уҙаман.Бер генә ҡыҙҙы яратты.Йөрәгендә башҡаға урын булманы.
Төн йоҡоларынан яҙҙырған ҡыҙ -Бибиәсмә!Көҙөн әйттерәм тине.Вәғәҙәһен дә алды ҡыҙҙың-дебет янсыҡ бүләк итте һөйгәне!
Ҡыңғырауҙар таҡҡан аттарҙа кәләшем менән елдереп үтербеҙ ауыл урамдарын,тип ҡанатлы хыялдарға бирелмәне тиһеңме әллә Һиҙиәтулла!
Бибиәсмәнең һылыулығына башҡалар ҙа ымһынды.Еткән ҡыҙҙың ҡапҡа төбөндә ҡырҡ атлы бәйле торҙо.Хөснөтдиндең дә егелгән аты торҙо бер кис.Әтәс Хөбөтдиндең оя төбө ,кинйәкәүе.
-Һөйгән егетем бар,вәғәҙәләр бирешкәнбеҙ,тип кире борған Бибиәсмә.
Ана шул Хөснөтдиндең ҡапҡанан сығып килгән мәлен тап итте Яңылбикә еңгә.
-Аһ-аһ, Һөбөтдинме... тип торам. Һөснөтдин, һинме шу ?Эңер бит, танымай торам.
-Мин еңгә!Шәп йөрөүме?
-Шәп, Аллаға шөкөр! Үҙеңдеке һуң? Нимә балтаң һыуға төшкән һымаҡ йөрөйһөң? Кикерек шиңек! - Яңылбикә Хөснөтдингә текәлеп алып китте.
Ә уныһы ҡоймаға бәйләнгән дилбегәһен ысҡындыра килеп, арбаһына һикереп менде лә, дилбегәһен ике беләгенә урап, йөгәнәкләп ултырғайны, Яңылбикә еңгә тәртәгә йәбеште бит.
-Тррр, Һөс... Тррр.. Кем.. Һөснөтдин,туҡрап тор. Нимәһен йәшерер китәһең? Өйҙәләрме хужалар?
-Өйҙәләр, еңгә. Ҡыҙҙарын һоратайым, тип һөйләшә килгәйнем.
Риза түгелдәр. Вәғәҙәләшкән егетем бар, тине.
-Әәә, улай күҙең зәрә ныҡ төшкәс, ал ҡыҙҙы. Ныҡ тор һүҙеңдә. Сыҡмайым, тиһә, йәбеш тә ҡуй. Миңә бер яулыҡ ябындырырһың. Бырамы сығыр.
Сыҡмай ҡайҙа барыр, тиһең.
- Яулыҡ менән уаҡланып тормаҫбыҙ инде, ярлы түгелбеҙ ҙә инде. Бер кизе шәл! Шулай... ит тиһеңме? Һау бул, еңгәй! Нааа, - атын туҡмап, аҫҡа төшөп китте Хөснөтдин.
- Әле һау икәнһегеҙ! - Яңылбикә еңгәй көләмәйҙәп барып инде Бибиәсмәләргә, - Тәкәһуҡҡанда инде муйыл уңған, бөгөн шунда йөрөп ҡайттым әле уыл...

С.Тамимдар.

Автор фотоһы. 

(Дауамы бар)

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас