Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
3 Ноябрь 2025, 02:05

Йәнгә танһыҡ был донъя (аҙағы)

Үзбәк егете әүрәтеп, шуға кейәүгә сығып, ире йәшәгән яҡҡа китеп барҙы Мәҙинә.

Йәнгә танһыҡ был донъя (аҙағы)Йәнгә танһыҡ был донъя (аҙағы)
Йәнгә танһыҡ был донъя (аҙағы)

Үзбәк егете әүрәтеп, шуға кейәүгә сығып, ире йәшәгән яҡҡа китеп барҙы Мәҙинә.
Бына егерме йыл үткәс, үзбәктән ниндәйҙер мөғжизәләр менән ҡотолоп, ҡайтып төштө.
Ошо Алмасыбарҙы менеп барҙы Ишморат Мәҙинәне күрергә. Хәл-әхеүәл һораған да, аттан да төшкән юҡ:
- Сыҡ миңә, Мәҙинә, - тине ир.
- Сыҡмайым, Ишморат. Имен-һау анау ирҙән ҡотолһам, ир тип ауыҙымды ла асмаҫмын, әсәмде генә бағырмын, тип нәҙер әйттем үҙемә. Күпме әсе күҙ йәштәрен түктерҙем әсәмдең. Уның эргәһендә генә булайым. Бер булмаған бәхетемде ҡабат һынағым килмәй, - шулай тине лә Алмасыбарҙың ялынан һыйпаны - исеме нисек?
- Алмасыбар... Нооо... -йүгәнде кинәт тартып башын шаҡара бороп, аттың бөйөрөнә типте.
Ҡыҙ ,,һоратырға" барғанын ишетеп, Фәтхиямал инәй туҙынды:
- Нисек тә. Үзбәк ҡалдығын килен итеп алып ултырырға. Ыстрам! Дывурыма индермәйем!
Әсәһенә шуның өсөн һаман үпкәһе үтмәгән Ишмораттың.
Ишморат илдән сығып киткәненә, шул ҡаҙаҡҡа барып ялланғанына, шуларҙан туҡмалғанына әсе үкенде:
- Йөрө инде ситтә күтән һурпаһы эсеп. Ана Мәҙинәһе ҡасып ҡайтҡан, ә мин үҙ теләгем менән нәрәтәгә башымды тыҡтым, ҫыумейе!!! Ситтә йөрөп ярты ҡартайҙым... - үҙенең көсһөҙ булғанына үкенде Ишморат, Жомаголдө эйәртеп алып ҡайтҡанына үкенде. Яңғыҙмын, өйрәнермен Жомаголгә, тине. Кемде алданы, Жомаголдөмө? Үҙен алданы бит!
Бына бөгөн, хәҙер, ошо мәл бөтә донъя танһыҡ: тыуған иле, урман, тауҙар, ап-аҡ ҡылғандар, аҡ болоттар, егеүле торған Алмасыбары, аяҡ аҫтында түшәлеп ятҡан ер еләктәре, ҡуңыҙҙары, серәкәйҙәре... Ошо танһыҡ донъяны ҡаҙаҡтың һарығы менән оҙон сыбыртҡыһына алмаштырып йөрө инде!
Ике биҙрә еләк йыйҙылар, буш ҡайтып китеп булмай бит. Күрше ауылдан килгән еләк алыусыларға һаттылар. Ишморат магазиндан бер ярты алып, ике туған ағаһы Октябряттың ҡапҡаһы алдына туҡратты ылауын:
- Ағайҙың хәлен белмәү яҙыҡ булыр.
Рәхимә еңгәһе алсаҡ. Шундуҡ аласыҡтағы өҫтәлгә табағы менән бишбармағын да ултыртты, итен турап ебәрҙе. Ҡунаҡтарын ҡыҫтаны.
-Ашап ултырығыҙ. Етешеп ултыр, килен, эй, апһын, әллә еңгәйме?...
Бер яртыны ике ир шундуҡ йыҡтылар, тик Ишмораттың йөрәген баҫманы был. Ағалы-ҡустылы икәү тағы аҡбашҡа сығып киттеләр ҙә, ғәйеп булдылар. Ат егеүле килеш торҙо.
-Эшкимәгән, исмаһам ат ашап торорлоҡ бесән дә сабып һалып алмағансы Ишморат. Был салғыны буғыма һалып алдығыҙмы? - Рәхимә еңгәһе үҙҙәренең арбаһынан йәшел бесәнде ҡосаҡлап әпкилеп, аттың алдына ташланы.
-Ҡуй, Йомагөл, ят. Мин һыйыр һауам да, инәм.
- Ишморат тастап кетте мене...
-Йомагөл, беҙҙең ирҙәр ярты күрһәләр, утыҙ көн торған бисәһен түгел, утыҙ йыл торған бисәһен онота. Бушҡа күҙеңдән һейеп ултырма. Былай ҙа бошҡан эсте бошороп...
Икенсе көн таң һыҙыла башлағанда ҡайттылар ирҙәр.
-Жомагол, тор, ҡайтабыҙ.
- Тоҡта, мен жуынамын.
- Ваҡыт юҡ. Тиҙ бул. Поезға өлгөрөр кәрәк.
Ике йәйәүле станцияға атлап киттеләр.
Ер өҫтөнә ап-аҡ ҡына томан йәйелгән дә,шул томан яйлап ҡына һауаға күтәрелә.Ҡалҡып барған ҡояшҡа табан атлайҙар,ҡатын арттараҡ ҡалып...
,,Ап-аҡ томандар, аҡ ҡылғандар, аҡ болоттар, аҡ бурандарҙы яратам!!! Һәм ап-аҡ йөҙлө Мәҙинәмде!!!" - Ишморат күкрәген тултырып һулыш ала, әйтерһең әле һулаған иртәнге һауаһын мәңге үҙе менән йөрөтмәк!
,,Жомаголдө апарып ҡуяйым да тыуған илемә ҡайтайым. Сәпсимгә. Мәңгегә!!!" әллә нишләп шулай уйланы.
Ошо китеүҙән ҡайтманы Ишморат. Ап-аҡ буран ине. Ҡышҡыһын мәйетен алып ҡайттылар...

С. Тамимдар.

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас