

Мәғәнәләр эҙләп ялҡҡас,
Ҡалҡам яңы бейеклеккә.
Хистең ҡоло, юҡ, мин түгел,
Буйһонмайым мәңгелеккә.
Минең ваҡыт ҡыҫҡа ғына,
Керпек кенә елпкән ара.
Мәңгелек ул Йыһан үҙе,
Йондоҙ булып тора ҡарап.
Минең ваҡыт ҡыҫҡа ғына -
Уҙа барһа бер быуатлыҡ.
Юғалтышмаҫ өсөн юлда
Нимә тиеп әүрәттек тә
Бер-беребеҙҙе беҙ йыуаттыҡ?
Булдыҡмы һуң ауыр саҡта
Юлда терәк, ҡай саҡ ҡалҡан?
Һин шикләнмә.
Һинең өсөн
Мин гел ҡояш булып ҡалҡам.
Һүрелдерһәң ҡояшыңды,
Тимәк, шундай яҙмыш яҙған...
Мәғәнәләр булмағанда,
Йыуаныстар эҙләү ялған...
Гөлназ ҠОТОЕВА.
"Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы" төркөмөнән.
Автор фотоһы.