

Килен булып оҙатылабыҙ ҙа
Таштай - ҡомдай килеп батабыҙ.
Таштай - ҡомдай килеп батабыҙ ҙа
Ҡатын булып ҡабат ҡалҡабыҙ,
Әсә булып сәскә атабыҙ.
Ғүмерлеккә оя ҡорабыҙ ҙа
Оябыҙ һағында торабыҙ.
Донъябыҙ һағында торабыҙ ҙа
Хыял сәсеп, өмөт урабыҙ,
Бәхет балаҫтары һуғабыҙ.
Яҙмыш һуҙған юлдан китәбеҙ ҙә
Төйөндәрен табып һүтәбеҙ.
Яуызлыҡты еңеп үтәбеҙ ҙә,
Килен, ҡатын, әсә - бөтәбеҙ
Изгелеккә хеҙмәт итәбеҙ.
Автор - Таңһылыу Ҡарасурина.
Автор фотоһы.