Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
9 Ноябрь 2025, 03:05

БЕЛДЕММЕ?

Әсә була белдем дә ул,Әсәй була белдемме?Балаҡайҙарыма тигеҙӨлөш бүлә белдемме?

БЕЛДЕММЕ?БЕЛДЕММЕ?
БЕЛДЕММЕ?

Әсә була белдем дә ул,
Әсәй була белдемме?
Балаҡайҙарыма тигеҙ
Өлөш бүлә белдемме?

...Биш тулғағым аҙабынан
Биш үлеп, биш терелдем.
Оя ташлар мәлегеҙ еткәс,
Биш янып, биш һүрелдем.

Минең хыял - өмөттәрем,
Дәртем һеҙгә күстеме?
Аҡ ҡына алғыштарымдан
Күңелегеҙ үҫтеме?

Йән йылыһы, күңел наҙым
Етерлек булды микән?
Күҙ нурҙарым юл ҡараһын
Үтерлек булды микән?

Балам - йәнемдең дауамы,
Аңланым йәшәй - йәшәй.
Әсә була белдем кеүек.
Була белдемме Әсәй?

Таңһылыу Вәлиева.

Автор фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас