

Бик егәрле ҡыҙ Юлиә,
Һәр эштә лә булыша.
Иртә тороп өләсәйгә
Көтөүгә мал ҡыуыша.
- Йоҡлар инең, балаҡай, - тип
Өләсәй һыйпай баштан.
Йылмайып тора Юлиә
Күҙен алмай ҡояштан.
- Ҡаршыларға яңы көндө
Торам һәр ваҡыт иртә.
Ана алдымда ал ҡояш
Ергә йомшаҡ нур һирпә.
Иртә торғандар уңа, тип
Маҡтай мине әсәйем.
Таң нурынан илһам алып,
Мин һөйөнөп йәшәйем.