

Инәйҙәрҙән ишеткәндәрем үҙе бер китаплыҡ. Улар күңелендә ятҡан тарихтарҙы барлай башлаһаң... Бигерәк тә һуғыш осорондағыларын.
Бөйөк Ватан һуғышына тәүге көндәрҙә үк алынған ирҙәрҙең күбеһе 40 - 45 йәштәрҙә булған, баҡһаң. Типһә, тимер өҙөрҙәйҙәрен.Унан олораҡтары, әрме йәше тулмағандары хеҙмәт армияһына алынған. Ошоларҙан һөҙөлөп ҡалғандары, бронь бирелгәндәре өйҙә ҡалған. Кемеһенән һорашһаң да, ошо ҡалып.
Миңә үҙ тарихтарын һөйләгән оло инәйҙәр иһә йәш кенә ҡыҙҙар, йәш кенә килендәр, йәш һәм еләк кеүек ҡатындар булған ул саҡта. Йәғни, 20 -30, 40 - 45 - тә булған уларға. Шалҡан шикелле тығыҙ тәнле, балыҡ кеүек уйнаҡлап торған дәртле саҡтары булған.
- Көнө үтте уның, эш менән үтте, төндәрен мына ҡыйын ине... Арытҡан, ә йоҡтап бумай ҙа ҡуя. Түл ҡыҫтауына түҙеүе ҡыйын булды, тәҡәт итеп булмай китә ине ҡай саҡтарҙа... - тигәйнеләр бер әңгәмә мәлендә. Мин аңламаным да аптырап һораным:
- Түл нимә була ул? Нисек ҡыҫтай ул?
Инәйҙәр бер - береһенә хәйләле генә ҡарашып алдылар ҙа тыйнаҡ ҡына йылмайыштылар. Нәзифә тигәне:
- Эргәңдә ирең булғас, белмәйһең инде, килен. Уның ояты хәҙер инде онотолған, үҙем аңдатып бирәйем, белмәһәң. Ир таптыра ул түл тигән нәмә, мына бырама ир һорай ҙа ҡуя. Һүҙгә ҡалғандар ҙа ҡушыла башлай - күрәһең, барыһының да башынан үткән был ҡыҫтау.
- Айына бер сәпсим тилереп ала...
- Һин асһың, яланғасһың, тип тормаай...
- Таһира еңгә көлдөрә торғайны бит. Мунсала, тигән була, ир кәрәкме әле һиңә? Мә һиңә ир! Мә! - тип, яндыра - яндыра сабып алам тегенеее. Сыпрандамаҫтыҡ итеп ҡуям ҡоромағырҙы
- Эй һылыу ине бит! Буй - һын ҡандай ине!. Ике ҡыҙы менән ултырып ҡалды, ҡайтманы ҡайнаға.
- Ул ни, асыҡ - ярыҡ кеше, көлкөгә һабыштырып, һөйҙәп ала ине.
- Кемгә һөйҙәйең инде аны.
- Эйе шул... Мына һин кейәүең менән 16 көн генә булып ҡалдың бит...
- Мин ни, дөрөҫөн әйткәндә, ирҙең нимә икәнен дә яҡшылап белмәй ҡалдым ул.
- Ярай әле, һинең бигең сиселеп булһа ла ҡалған, шыпа ҡыҙ ғына көйө ҡартайғандарҙы ни тиерһең?.
- Ҡуй инде...
- Шунан ирҙәр ҡайта баштағайны, түл ҡыҫтауға сыҙамағандар ысҡынды. Үҙҙәрен тотҡандары күп булды алай ҙа. Исем һатманыҡ...
Эй, инәй генәләрем...
Таңһылыу Вәлиева.
Автор фотоһы.