Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
13 Ноябрь 2025, 02:05

ТӘҮГЕ ҺӨЙӨҮ

Мөхәббәтен көткән үҫмер ҡыҙҙайБармы икән ерҙә фәрештә?Хыялының гәлсәр ҡанаттарыОсорта ла илтә ғәрешкә.

ТӘҮГЕ ҺӨЙӨҮТӘҮГЕ ҺӨЙӨҮ
ТӘҮГЕ ҺӨЙӨҮ

Мөхәббәтен көткән үҫмер ҡыҙҙай
Бармы икән ерҙә фәрештә?
Хыялының гәлсәр ҡанаттары
Осорта ла илтә ғәрешкә.
Һөйөр йәре бары шунда инде,
Шунда ғына инде, һис шикһеҙ,
Гәлсәр генә ҡанат фәрештә һуң
Ер егетен нисек иш итһен!
Мөхәббәтен көтә үҫмер һылыу,
Хыялы тик күккә ашҡына,
Шау йондоҙло келәм, болот түшәп
Һөйгәненең аяҡ аҫтына.
Ҡыҙҙың күҙе - ирер болоттарҙа,
Ергә төшмәй хатта яҙлығып.
...Ә бер егет ҡапҡа төптәрендә
Ҡаршы ала таңды яңғыҙы,
Көтә һөйгәненең мөхәббәте
Ямғыр булып ергә яуырын.
...Яуыр әле...
...Яуыр...

*Ғәреш - күк тәхете

Гүзәл Ситдиҡова

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас