Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
15 Ноябрь 2025, 03:05

Инде бөттө...

Инде бөттө бүтән һинең алда,Яна-яна шәмдәй эремәм.Кистәремдә инде һине эҙләп,Таныш һуҡмаҡтарҙан йөрөмәм.

Инде бөттө...Инде бөттө...
Инде бөттө...
Инде бөттө бүтән һинең алда,
Яна-яна шәмдәй эремәм.
Кистәремдә инде һине эҙләп,
Таныш һуҡмаҡтарҙан йөрөмәм.
 
Һин үҙгәрҙең яра үҙгәр әйҙә,
Һин үҙгәрһәң мин дә үҙгәрҙем.
Тик күҙҙәрем бына тик күҙҙәрем,
Эҙләй һаман һинең күҙҙәрҙе.
 
Тик ҡулдарым бына тик ҡулдарым,
Эҙләп йөҙә һинең ҡулдарҙы.
Ирендәрем эҙләй иренеңде,
Нишләтәйем бына шуларҙы.
 
Һин үҙгәрҙең яра үҙгәр әйҙә,
Һин үҙгәрһәң мин дә үҙгәрҙем.
Тик күҙҙәрем бына тик күҙҙәрем,
Эҙләй һаман һинең күҙҙәрҙе.
( Р. Сафин)
 
Автор фотоһы.
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас