Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
16 Ноябрь 2025, 03:05

«Берәй ҡасан...»

Яҡындарым күптән көтә,Ваҡыт табыу түгел еңел,Осрашырбыҙ берәй ҡасан,Ҡасандыр бер... Бөгөн түгел!

«Берәй ҡасан...»«Берәй ҡасан...»
«Берәй ҡасан...»

Яҡындарым күптән көтә,
Ваҡыт табыу түгел еңел,
Осрашырбыҙ берәй ҡасан,
Ҡасандыр бер... Бөгөн түгел!

Нәфрәт менән яна йәнем,
Асыуымды көскә баҫам,
Бар донъяны емерергә –
Бөгөн түгел... Берәй ҡасан!

Эсем тулы һағыш ҡына,
Тулай йөрәк, әрней күңел,
Эх, тәгәрләп илар инем –
Берәй ҡасан... Бөгөн түгел!

Яратам, тик өндәшмәйем,
Йөрәгемде ниңә асам?
Берәй ваҡыт әйтермен ул –
Бөгөн түгел... Берәй ҡасан!

Берәй ҡасан... Мәңгелеккә
Килгән кеүек, ниңә ҡасам?
Өлгөрмәйсә ҡалһам әгәр?
Булмай ҡуйһа был “бер ҡасан”?

Хоҙай күпме ғүмер биргән?
Урынында түгел күңел...
Үкенескә тороп ҡалһа?
Ә нишләп һуң бөгөн түгел?!

Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас