Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
22 Ноябрь 2025, 01:05

ҠАЙҘА ЛА ҒЫНА БАРМАЙ... (башы)

...ниҙәр күрмәй ир - егеткәй менән ат - башы, тип йырлана йырҙа.

ҠАЙҘА ЛА ҒЫНА БАРМАЙ... (башы)ҠАЙҘА ЛА ҒЫНА БАРМАЙ... (башы)
ҠАЙҘА ЛА ҒЫНА БАРМАЙ... (башы)

...ниҙәр күрмәй ир - егеткәй менән ат - башы, тип йырлана йырҙа. Йыр белә, әлбиттә. Тарих - ҡартлас та яҡшы белә быны. Тик беҙ, кем берәү әйтмешләй, тарих яҙмайбыҙ. Беҙ тик һорайбыҙ ғына: ә ҡатын башы? Ҡайҙарға ғына барып юлыҡмай бит ул да яҙмышы һыҙған юлдарҙан, ниҙәр генә күрмәй...

Ҡатындарҙың үҙҙәре һөйләгәнде Рәмиләнең күп тапҡырҙар ишеткәне бар. Ҡатын башы күргәндәр ниндәй генә тарих китабына һыйып бөтөр икән? Күргәне - кисергәне тураһында ҡатын кеше:
- Ҡалайтаһың инде шуларҙы күрергә яҙғас,.. - тип яҙмышына һылтана. - Ҡасып китеп тә, урап үтеп тә булмай хаҡ яҙмышыңды.
Үҙәгенә үткәне:
- Тәҡдире ҡушҡанды күрмәй, бисә - бәндә гүргә кермәй шул... Шулай булырға тейеш булғандыр инде, - тип күнә.

Әсәһе, инәйҙәре, әсәһенең апһындары, күрше - тирәнең әбейҙәре һөйләгәндәрҙе тыңлап үҫкән, инде хәҙер үҙенең дә йәше ырап барған Рәмилә һәр ҡатындың тормошо, яҙмышы асып уҡылмаған китапҡа торошлоҡ итә, тип ышана. Нишләп кенә инәйҙәр тере саҡта күберәк белеп, һорашып ҡалмағанмын икән, тип үкенеп тә ҡуя.Олораҡ йәштәге ир - ат менән дә, әбей һәбей менән дә әңгәмәләшергә ярата Рәмилә. Бына кисә район үҙәгенә барғайны йомош менән, туҡталышта автобус көткәндә бер ҡатын менән һөйләшеп алып китте. Рәмиләнең бер асҡысы бар кеше телен сисә торған. Бөтә осраҡтарҙа ла был асҡыс һәйбәт эшләй.
- мин һеҙҙе ҡайҙалыр күрҙем, шикелле, танығандай булам, - тигәнгә берәүҙең дә:
- юҡ! - тип арты менән боролоп торғаны юҡ. Әле лә бына уң аяғын ослап атлап килеп туҡтаған ҡатынға һүҙ ҡушты:
- Һаумыһығыҙ, апай!. Мин һеҙҙе күргән кеүекмен ҡасандыр, таныш ҡынаһығыҙ.
- Һаумын, Аллаға шөкөр. Күрһәң дә ғәжәп түгел - балниста эшләнем ғүмер буйы, ҡандан анализ алған ерҙә.
Бик ихлас яуап бирҙе алсаҡ йөҙлө оло ғына ҡатын.
- Әй, эйе бит әле!. Хәҙер хаҡлы ялдалыр?
- Ялы хаҡлы ла ул, хаҡы әҙерәк, еткереп булмай. Симешкә һатам хәҙер.
- Һатып бөттөгөҙмө, ҡалманымы? Мин алайым, ҡалһа. Киленем ярата. Бөтәһен дә һал да ҡуй, апай.
Ҡыуана - ҡыуана түңкәрҙе ҡатын бәләкәй генә күнәсеген Рәмиләнең пакетына.

Автобусҡа инеп, алдағы урындарға ҡара - ҡаршы ултырғас, Рәмилә ҡатындың аяғына ымланы:
- Аяғыңды нишләттең апай, ныҡ ҡына аҡһайһың?
- Тыумыштан ул, туғаным. Уң аяғым ҡыҫҡараҡ минең
- Нишләп икән?
- Мин 43 - сө йылғымын. Атайымды һуғышҡа ебәрмәҫ элек ҡыҫҡа ғына ялға ҡайтарғандар Әлкәнән. Ана шунда яҙа - йоҙа әтмәләп киткән мине атай.
Автобустағылар геү итеп ҡалды - рәхәтләнеп көлөп ебәрҙеләр. Салонға боролоп, көлә - кәлә дауам итте ҡатын:
- Берәй нәмәһен еткереңкерәмәгәндер инде ҡабаланып - уң аяғым ҡыҫҡа булып тыуғанмын. Мына - дүрт илеҡыҫҡа ошо аяғым.
Автобус вокзал урамына боролдо.
- Һуғыштан атайым имен ҡайтты, тик әсәйемде кире алманы. Атайымды күреп йөрөп етем үҫтем. Ул саҡта ирһеҙ бисәләр күп булды бит. Сиртеп ҡарап, зыңғылдап торғандарын алалар ине ирҙәр. Әсәйемә лә килеп йоҡлап йөрөгәндер - тағы ике һеңлем булды. Әсәй ирһеҙ, беҙ атайһыҙ ыҙалап йәшәнек.
- Үҙең тормошҡа сыҡтыңмы, апай?
- Юууҡ. Мин түгел, минән былайыраҡтарға етмәне кейәү. Ҡыҙ көйө ҡартайҙым мин, туғаным. Ирҙең нимә икәнен дә белмәйем.
Вокзалға килеп еттеләр. Йылы хушлаштылар.
- Бында йәшәгән булһаң, мин һиңә китап яҙырлыҡ хәлдәремде һөйләр инем... Ана минең өйөм. Вокзалға яҡын ғына. Килеп йөрө. Ярай, туғаным, хуш - һау бул. Рәхмәт!
Йыйнаҡ, матур, әллә ни ҙур ҙа булмаған өйгә ваҡыт табып инер әле Рәмилә берәй килгәнендә.

Бына шулай. Һәр кемдә лә бер хәсреәт була торғандыр шул. Бер ҡайғы - хәсрәтһеҙ ҡатын бармы икән? Һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ шикелле йөҙгәне? Йөҙ эсендә берәүҙер. Ана бит, көнбағыш ҡыҙҙырып һатып кәсеп иткән бөтөнләй ят апай ун минутта Рәмиләгә ни өсөн ғүмер буйы яңғыҙ булыуының сәбәбен еңел генә итеп һөйләп китте. Ә ул ун минуттың эсенә нисәмә йыл һыйған, күпме күҙ йәше?.. Башҡаларға ҡушылып, шарҡылдап көлһә лә ҡуңыр күҙҙәре һағышлы... Кешене көлдөрһә лә, ҡарашы бойоҡ...
- Ээйй, был тормош...
Был һүҙҙәрҙе күп ишетте элек Рәмилә. Шуны яҡшы хәтерләй: һәр хәтирә һуңынан һәр төрлө итеп әйтелә ине ул.
- - Минееең күргәнде яҡшыраҡ әҙәмдең эте лә күрмәгәндер, - тип үҙенең анау сама ауырлыҡтарҙы үтеп һаман тере булыуына ихлас аптыраһа береһе, икенсеһе:
- Хоҙай аралағандыр инде, - тип баҫалҡы ғына ҡыуанып ҡуя.
- Нишләп ул аҙаптар беҙгә генә өйөп бирелде икән, бүтән илдәрҙә улай уҡ түгел ти ҙә баһа?
Башҡаларҙы тыңлап ултырып - ултырып, ҡапыл ошолайтып әйтеп ҡуйған Яңылбикә әбейҙең һүҙҙәренә аптырап, шымып ҡалған инәйҙәрҙең бер- береһенә ташлаған һораулы ҡараштары, яурын һелкетеүҙәре һаман да күҙ алдында тора Рәмиләнең.Хәҙер уйлай - тыныс йәшәргә форсат бирмәгәндәр башҡорт ҡатынына. Элек булһа - ихтилалдар, хәҙер булһа - һуғыш артынан һуғыш, кулактарҙы Себер һөрөү, халыҡ дошмандарын халыҡ араһынан эҙләп - сүпләп алып, юҡ итеү, лагерҙарға ебәреү...
Ээй, был тормсош, ҡырмыш - ормош...

Ана ултыра ике әбей рәшәткәле баҡсаға арҡаларын терәп. Бына хәҙер яндарына барып ултыр ҙа
- Хәлдәр ни хәлдәрҙә, инәйҙәр? - тип һора, һыйыр көтөүҙән ҡайтҡанға тиклем бөтмәйәсәк һүҙҙәре. Иртәгә кил - тағы ла шулай буласаҡ.
Баҡса эсендәге алмағастар ап - аҡ сәскәгә күмелгән. Ботаҡтары ла, сыбыҡтары ла күренмәй хатта.
Өй мөйөшөнә һыйынып үҫкән сирень ҡыуағы алһыу - зәңгәр күбек эсендә. Бер туҡтауһыҙ бал ҡорттары геүләй, әллә ниндәй ҡошсоҡтар кемуҙарҙан сутылдаша.
Әбейҙәрҙең саҡ ҡына йәшерәге, Ғилминур исемлеһе:
- Рәшәткә араһы үтәтма ел бул, арҡама һыуыҡ тейә лә ҡуя тиҙ генә, - тип баҡсаның эс яғынан өйҙә кәрәге бөткән ҡалын келәмде үҫмер ейәненән ҡаттырып алған. Һөйәнгесле эскәмйәһенә модаһы сыҡҡан тундан оҙон итеп тегеп алған йомшаҡ түшәген яҙғыһын сығарып һалып ҡуйҙы. Көн һайын кискеһен түшәкте ҡағып - ҡағып алып инеп китә.
- Эт һарып ҡуйыр, - ти.
Эскәмйәнең өҫтөнә ҡупшы ғына итеп улы ҡыйыҡ эшләп ҡуйҙы. Саҡ ҡына ситтәрәк селек һепертке һөйәүле тора.
- Эй донъяның матурлығы...
- Эйе шул, Бибикамал еңгә. Ошо йәйҙең йәмле мәлендә үлеп ҡуймайыҡ, әрәм генә булыныр.
- Ҡалай әле һин. Арҡанлап - шылдырып тик киләһең, әй.Ҡыш ер туң һиңә, яҙ булһа, бөтә нәмә терелгәндә, үлге килмәй, тиһең...
Бибикамал әбей таяғының осо менән Ғилминурҙың калушына һуҡҡан булды.
- Алмайыраҡ торһа әллә, тиеүем. Бер көн булһа ла ерҙең аҫтынан өҫтө яҡшы бит. Күрәһе көн бөтһә, ялп итеп ҡалғанды һиҙмәйҙә ҡалырбыҙ былай ҙа, Алла бирһә, еңгә.
- Ээй, былайтып ыҙалатҡанса, үлтереп кенә ҡуйһасы, - тип үлем ялбарған саҡтар ҙа булды инде, тәүбә, тәүбә...
Бибикамал әбей - теге быуат кешеһе. Үҙе әйтмешләй, тағы биш бармағын бөкһә, йөҙгә етәсәк. Иҫе дөрөҫ, зиһене аяҙ.
- Үлән шәп, ти быйыл, Әбүзәр улым ҡыуанып ҡайтҡан бесәнлектәрен ҡарап. - Ғилминурҙың да шатлығы йөҙөнә сыҡҡан.
- Малдарығыҙға яҙһын. Тамырҙағы үлән бесән түгел әле. Бесән етһә, Сәғитем иҫемә килеп урай. Һөйләгәнем барҙыр. Бесәнгә китеп бара инек. Имеҙҙем дә ҡәйнәмә биреп арбанан төштөм. Үр ине. Шәһитем менән йәйәү атланыҡ. Юл ситендәге еләккә әүрәп арттараҡ ҡалдыҡ. Ағайың ҡотора, шаяра. Мине үләнгә ҡолата төртә лә өҫтәмә ятып ала, икәүләп тәгәрәйбеҙ үләндә. Зәрә яратты ул мине. Мин дә. Бер ваҡыт ҡәйнәм шар итеп ҡалды. Барып еткәнде белмәй ҙә ҡалдыҡ. Ҡәйнәм ап - аҡ булған, ирендәре ҡалтырай, башынан яулығы һыпырылып киткән
- Шәһиҙулла... Килен! Бәпәйеңде... Мә.. Үлтерҙем бит!
Эй Аллам ... Беҙ йәп - йәшел үләндә яратышып ятҡанда, Сәғитебеҙҙең йәне осоп үткән баш особоҙҙан. Ҡәйнәм ойоп китеп, бәпәйҙең битен япҡан йомшаҡ түше менән. Тонсоҡҡан ине сабыйыбыҙ. Хатта танауғынаһы, ауыҙғынаһы бер яҡҡа ҡыйшайып киткәйне. Шунан бирле еләккә ҡарай ҙа алмайым мин.
- Ағайым һуғышҡа киткәндә Емешеңә нисә йәш ине, еңгә?
- Алтыһы тулып ҡалды Гөлйемешемдең. Теге саҡта еләк өҫтөндә яралған булған. Өәйнәм ҡулынан төшөрмәй көттө йәндәй күреп,аяғын ергә тейгеҙмәне - йөкмәп алыр ҙа йөрө ине.
- Бибикамал өләсәй, һеҙҙе нишләп Камал кейәү тиҙәр ул?

(Дауамы бар)

Таңһылыу ВӘЛИЕВА.

Фото архивтан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас