

- Ҡәйнәм ҡулынан да төшөрмәй көттө, йәндәй күреп. Аяғын ергә тейгеҙмәне - йөкмәп алыр ҙа йөрөр ине.
- Бибикамал өләсәй, һеҙҙе нишләп Камал кейәү тиҙәр ул?
Рәмилә ауыҙ асҡанса баҡса эсендә кесеткәндәрҙе көрәк менән һөрә төртөп йөрөгән Сәғәҙәт һорап өлгөрҙө.
- Йөрөй бир әле һүҙ аңдып, сабакы малай! - Ғилминур ейәненә йоҙроҡ күрһәткән булды.
- Уныһы былай булды, балам. Әйҙә, тыңла. Тыңлап, белеп үҫ. Маладис.
Һуғыш сыҡҡас, Шәһиҙулла олатаң беренсе булып алынды. Йәше еткән, самай яу кешеһе. Эрвәлүтсиә йылғы беҙ икебеҙ ҙә. Шул. Ул һуғышҡ китте, мине уның урынына гәрүше ташырға ҡуйҙылар. Үҙебеҙҙән егерме саҡрымдағы урыҫ ауылынан йәйен - ҡышын оҙон тимер мискә менән ташыным. Ат менән. Шәһиҙуллам машина менән ташығайны МТС - ҡа. Бер саҡ Һорка әллә нимәнән өркөп, апҡасты ла китте. Алай ҙа мискәнең бөкөһөн балта төйҙәһе менән нығытып кейҙерә һуҡҡанмын, арбаға ҡуша сырмап нығытҡанмын. Сәләрке түгелһә, ҡом түләүле итерҙәр ине.
- Себер инде ул саҡта, еңгә. Аҫтыртын аяҡ салыусы итерҙәр ине. Сәсергә орлоҡ ташығанда бер тоғо йыртылып, игене бөткәнсе юлға ҡойолоп ҡайтҡан өсөн Сибәғәттең өләсәһен, Сәкинә ҡәйнәмде, хөкөм итеп Себер ебргәндәр бит.
- Баш бирмәй саба Һорка. Дилбегә өҙөлөп китте. Үҙем арбанан ҡолаған ыңғайға күлдәк итәгем артҡы тәгәрмәскә уралды. Тетелеп - өҙөлөп бөткәнсе һөйрәлеп барҙым, арбаның терәгенән ҡулды ысҡындырмай. Алай ҙа Һорка аҡыллы ине, үҙе белеп туҡтаны. Илауымды ишеткәндер. Шунан һуң Шәһиҙулламдың салбарын кейеп йөрөй башланым. Башыма кәпәс кейеп алдым, ҡышҡыһын ел шәлдән үтә һуға ла ҡуя. Ирҙәр һымаҡ ат егеп, ир булып кейенеп, ирҙәр эшен эшләгәнгә әйткәндәрҙер инде, улым. Бибекәй килен инем, Камал кейәү булдым да киттем.
- Әә.
Сәғәҙәт яуаптан риза булды, буғай, әбейҙәр янынан китте.
- Бала алдында һөйләп булмай, Рәмилә ҡыҙым, кейәүлектең истурыяһы башҡараҡ ул. Һөйлә әле, еңгә.
- МТС - та брон менән ҡалған ирҙәр ине гел. Гәрүшейгә лә гел ир - ат йөрөй башҡа калхуздарҙан. Ҡатындарҙан мин бер үҙем.
- Һин, килен, давай, ир фамильяны боҙоп йөрөмә, Баймырҙин Камал бул да ҡуй, тип мәрәкәләгәйне Исхаҡ олатай, шунан китте ул Камал кейәү тигән ҡушамат.
Шунда ҡырҙан бер ир түрә булып килде һуғыштың өсөнсө йылында. Шул хут бирмәй башланы бер заман миңә. Матур булһа ни асыу, сәкәй танаулы быжыр битле бер йәмһеҙ генә нәмә Ирҙәр менән бәхәс иткән етмәһә, мин ул Камал кейәүегеҙҙең бисә икәнен күрһәтәм һеҙгә, бер аҙна эсендә апарып баһам, тип ҡул һуғып тороп бәхәсләшкәндәр. Ярҙамсы малайым ишетеп ҡалған.
- Еңгәй, һаҡ бул, - тигән булды.
Шул. Бер көндө мискәне тултырып бөтөп, ауыҙын нығыттым да тегенең таҡтанан ғына эшләнгән бүлмәһенә индем, видымысҡа ҡул ҡуяйым, тип. Сығырға әйләнгәйнем генә, арттан килеп ике терһәктән шаҡара тотоп алды. Ысҡынып булмай ҙа ҡуя. Байталдың елкәһенә тешен батырған бүре шикелле һыртымда тик йөрөй эленеп. Өҫтәле, бүкәне ҡолап бөттө. Ишекте тыштан терәткән булғандар, баҡ тиһәң. Ишектәренә үкереп тибеп ебәрҙем - күгән яғынан асылып китте хатта. Ике яурынынан матҡып тотоп алып, баш аша әллә ҡайҙа быраҡтырҙым ҡороғорҙо. Һырҙай ҡанға туҙып ятып ҡалды.
- Һай, шәп иттең, килен! Үәт нәстәйәшшей Камал кейәү ҡайҙа ул! Үәт, рәхмәт!
Исхаҡ ҡарт ҡыуана, рәхәтләнеп көлә.
Башҡа ирҙәргә балта менән янаным да ҡайтып киттек.
Шул. Сабатажник, тип хөкөмгә тарттырып үсен алды, Молотовта йөрөп ҡайттым өс йыл.
- Ир тип уйлаһындар, - тип Баймырҙин Камал Далхович, тип яҙған ти бит әле доносты, дезертир, тип яҙған, ти. Мына, Рәмилә, ҡағыҙ кешене нишләтә.
- Шул. Уаянный трибуналға әпкитәбеҙ, тип килеп төштө ауылға бер заман ҡара машинаға ултырып ҡыҙыл тирәсле фурашкылар кейгән ҡораллы әфисәрҙәр. Баймырҙин Камалды таптыралар, ти, күҙгә инеп киләләр, ти, өҫтәл туҡмайҙар, ти, пистәлиттәрен болғайҙар, ти. Мәхшәр ҡупҡан силсәүиттә. Ә беҙҙә ундай кеше юҡ бит. Мине саҡырттылар. Барыбер Бибикамал Далховна икәнемде күрһәләр ҙә Молотов тигән ергә хеҙмәт армияһына яҙҙылар. 46 - ның дикәберендә ҡайттым
- Ә ире һуғышта, үҙе тылда эшләгәндәрҙе хеҙмәт армияһына алмағандар бит, инәйҙәр?
- Ана шул силсәүиттә беҙҙең ЗАГС ҡағыҙыбыҙҙы юҡ иткәндәр ҙә мин халастуй күренеп торғанмын.
- Һин китеп, күп тә тормай, ул быжыр мурдының үҙен дә һуғышҡа алғандар, ти, броны тулып.
- Ээй... Беҙ ауылда ғына бер нәмә лә белмәй ятҡанбыҙ. Молотовта ине ул ғибрәт тарих...
Бибикамал әбей ҡапыл һығылып сәсәй башланы.
- Ай әттәгенәһе! Ҡайһы кеҫәңдә тамлеткаң, еңгә? Ҡана, йәһәтерәк тамыҙайым тамағың төбөнә.
Бибикамал ҡып - ҡыҙыл булып китте, тәрән итеп, ауыр итеп һуланы. Күҙҙәрен йомоп, бер килке тын ғына ултырҙы.
- Күп һөйләнең шул хәбәрҙе, еңгә. Ҡуй, етәр, әйҙә сәй эсеп алайыҡ.
Ғилминур урынынан торҙо.
- Әйҙә, инәйҙәр беҙгә барайыҡ, ана киленем ҡул болғай. Бөгөн миндә эсәйек сәйҙе.
Гәпләшеп ултырып сәй эскәнсе көн кисекте. Рәмиләнең килене өс ҡатынды аласыҡтағы урындыҡҡа ултыртты.
- Ошо картиналағы һымаҡ ултырышығыҙ әле, өләсәйҙәр, - тип фотоға төшөрөп алды. Үҙҙәренә ҙурайтып күрһәтеп ҡыуандырҙы.
- Иртәгә төшөкөлөккә - миңә.
Төшкө сәйгә Бибикамалға барҙылар. Исеме генә сәй, нимә генә юҡ табында. Бибикамалдың өйҙәге килене былауҙы оҫта бешерә. Ауылдағы бөтә туйҙарға Гүзәл килендән былау бешертеп алалар, үҙҙәре маташып та тормай башҡорт килендәре.
Гүзәл ҡырғыҙҙа кейәүҙә булған ун йыл. Шул иренән бер улы, бер ҡыҙы бар. Вербовка менән эшкә барғанда танышҡан. Ул яҡтарҙа үҙ милләтенән булған килендәргә йомшаҡ мөғәмәләлә булһалар ҙа, ят бауырҙан килен алһалар, ялсы итеп тоталар икән. Гүзәл килендең һөйләгәнен тыныс ҡына тыңлап булмай - күрмәкәйен күргән, бахырҡай. Эсмәүе ҡороһон ирҙең, холҡо йыртҡыс, баҡшы булғас. Ике балаһын алып, бер ҡат кейем менән усына йомарлап тотҡан утыҙ тәңкә аҡса менән ҡасып килеп ултырып өлгөрә поезға. Бер туфлийы һыпырылып төшөп ҡала аяғынан.
- Ҡасып ҡайтмаһам, үлтереп тығыр ине. Ҡойҡаһы менән йолҡоп алынған ерҙәргә саҡ сәс үҫте. Һынмаған ҡабырғам ҡалмағандыр.Өфөгә килеп төшкәс, әсәйем танымай торҙо, мин икәнде күргәс, илап ултыра төштө хатта. Ҡаршы ал, тип поезд начальнигынан телеграмма һуҡтырғайным.
Ҡайҙа ла ғына бармай, тиерһең дә шул.
Бибикамалдың оҙаҡ өйләнмәй йөрөгән ейәненә димләп алып биргәйнеләр, һин дә мин йәшәп алды ла киттеләр. Тағы өсәүҙе табып алды донъя күргән килен.
- Мин һеҙгә ҡунаҡ күрһәтәм,- тип күрше - тирәһен дә сәйгә алған әбей.
Был юлы фотоаппарат тотоп, Сәғәҙәт килде. Эй төштө әбейҙәр кәртишкәгә, эй төштө. Тик малай:
- Төшөрәм! - тип иҫкәртһә, балҡып ултырған әбейҙәр әллә ҡасан ишетһәләр ҙә һаман ҡолаҡтарында сыңлаған:
- Строиться! - тигән фарманды ишеткәндәге һымаҡ, сырайҙары шунда уҡ етдиләнә, йылмайыуҙары юйыла.
Сәғәҙәт стенаға рамлап быяла аҫтына ҡуйылған рәсемдәр араһынан бер сәйер рәсемгә иғтибар итте - ике рәт булып шеш шикелле теҙелеп баҫҡан 30 - 40 - лаған ҡыҙҙарҙың рәт башында бер генә ир кеше тора.
- Бибикамал өләсәй, ә бында кемдәр бар? Ә был ир кеше командирмы?
- Ул ир кеше - мин ул балам. Бригадир итеп ҡуйҙылар, йәшем өлкән булғас. Баймурзин Камал булып яҙылып барғас, ирҙәр кейеме бирҙеләр. Минән өс кеше ары - өләсәң. Ғилминур. Уға 14 кенә йәш ине, бына һинең һымаҡ.
- Ул саҡта ла фото төшөрәләр инеме?
- Юуҡ, ҡайҙа ул. Тылда еңеү өсөн хатта ҡыҙҙар ҙа үҙ теләктәре менән урманда тырышып эшләй, тип бер гәзиткә яҙғандар шикелле. Мин бригадир булғанға ғына эләкте ул кәртешкә.
Төштән һуң эскәмйәлә дауам ителде хәтирәләр.
Рәмиләнең хеҙмәт армиялары тураһында күп ишеткәне бар инәйҙәрҙән. Һуғыш тамамланыуға боролғанда райондарҙа хеҙмәт армияһына ла, һуғышҡа ла һуңғы мобилизациялар башлана. Етмештән ашыу ун ете - ун һигеҙ йәшлек егет фронтҡа,
ҡырҡ ҡыҙ хеҙмәт армияһы урмандарына оҙатыла. Ун - дүрт - ун биш йәшлек ҡыҙҙарҙан торған набор араһында иң өлкәне - Бибикамал. Ул яза тартырға ла килгән ошо хеҙмәт армияһына. Көндәлек норма ағасты арҡыры бысҡы менән йығаһың, ботайһың, сажин оҙонлоҡ итеп бысаһың, штәбелгә һалаһың - шуны үлсәп, теркәйҙәр. Ашау яғы ла норма менән. Вагондарҙа туңып килгән картуф, әллә әпилкә ҡушып бешерелгән икмәк, һыуға бешерелгән бысраҡ сөгөлдөр йә кәбеҫтәнән аш ишараты көнөнә бер тапҡыр. Ярай әле булғас, ауылда уныһы ла юҡ. Ите, йомортҡаһы, майы түләүгә китеп тик тора.
Бер көндө иртәнге стройға теҙелгәс, ҡыҙҙар янына бер ир кеше килеп туҡтаны..
- Все из Башкирии? Из ...ского района? Урыҫҡа оҡшамаһа ла урыҫса өндәште Тауышы көр, кәйефе шат ниңәлер.
- Так точно!
- А вы кто?
- Я бригадир. Баймурзина Камал Далховна.
- Көн һайын шулай әйтә торғас, еңгәм урыҫсаға шәбәйеп китте.
Ғилминур яратып Бибикамалға ҡараны.
- Шунан баяғы кеше һине һораны. Фәләнова Ғилминур Фәләновна һеҙҙең арала бармы?
- Юҡ.
Ҡойолоп төштө ирекәй, төҫтәре үҙгәреп китте.
Мин әйтәм, беҙҙең арала бөгөн Ғилминур юҡ, ул бөгөн баракта дежурный, уборкы делайыт, тинем.
- Ҡаралдыларҙы сығарып ҡағып элдем дә селек һепертке менән мөйөш - һәйештән, түбәнән ауҙарҙы алып йөрөй инем, ишекте шар асып бер ир кеше килеп инде. Ҡотом осто. Тимер мейес артына сүкәйҙем.
- Ғилминур! Ғилминур! Һин бындамы? Ҡайҙа һин?
Был буйтым барак буйлап мине эҙләй башланы.
- Ғилминур, сыҡ, ҡурҡма... Мин һинең атайың. Ҡыҙым, һин ҡайҙа?
Шулайҙыр, тием эстән генә, ауылда ғөмөрө булмаған атай ер - аяғы ер башында булып ҡуймаһын.
Барак ҙур, эсе әле ҡараңғы, нарыларҙың аҫты иркен, йәшенеп ҡалырмын әле, тип тын да алырға ҡурҡып ултырам. Ҡайһы бер әфисерҙәр ҡыҙҙарға тейә, ҡайһы ҡыҙҙар тамаҡ хаҡы өсөн үҙҙәре риза булып йоҡлап йөрөйҙәр, тип ишетеп йөрөйбөҙ Яңыраҡ өс ҡыҙ быуаҙып ҡайтып киткән тинеләр кисә генә.
- Ғилминур, һин минең ҡыҙым. Мин 33 - се йылдан бирле бындамын, кулак, тип ҡыуғайнылар илдән. Хажмөхәмәтов Сәхи минең исемем. Бибикамалды ла таныным Сыҡ, ҡыҙым, күрәйем.
Шулайтып, дүрт йәшемдә атайымдан айырған да мине ун дүрт йәшемдә табып бирҙе яҙмыш.
-Әллә яҙмыш, әллә һөкөмәттең власы.
- Әйтмә лә.
- Сәхи ағайҙың унда булыуы беҙгә еңеллек килтерҙе. Мунса яғыуҙы ла сикләмәне, һабын, таҫтамалдар күберәк эләгә башланы. Атыу ни, бет йонсота ине бигерәк. Иҫеңдә микән, бер көнө Ғилминисаның эс кейемендәге беттәрҙе ҡағып төшөрөп, һимит ҡәләмдең һыуына буяп ебәрҙек. Иртәнсәк ҡараһаҡ, баяғылар беҙҙән һигеҙенсе нарыға күсеп барып еткән ине...
- Ғилминиса апай, меҫкен, бигерәк әбидне эләккән, трудауайға.
Һүҙгә Зөлхәбирә әбей ҙә ҡушылды. Ғилминиса уның әсәһенең әхирәте булған.
- Ишбулды еҙнәйҙең туҡмауына түҙә алмай, ике балаһын ҡалдырып,ҡасып ҡайтҡан булған айырылып ҡайтайыммы, тип атаһынан рөхсәт алырға. Икенсе бисә ҡайҙан һыйҙырһын өйгә көндәшенең балаһын? Атаһы уның һүҙенән үтә алмай. Самай шул саҡта ғына Биләрәт трудауайынан Ғилминисаның яҡын ғына һеңле тейеш кешеһе ҡасып ҡайтҡан булған. Әлеге лә баяғы силсәүит. Фамильялары бер иш, исемдәренең хәрефе бер иш. Силсәүиткә саҡыртҡандар Ғилминиса апайҙы. Кәртә артыныан ғына минең әсәйемә инеп сыҡҡан. - Хәбирә, мына тауарың, күлдәгеңде тегеп бирә алмаҫмын. Иртәгә силсәүит саҡыртҡан. Шунда барам да, ҡайтам инде балларым эргәһенә.
- Ул ништәп беҙҙең силсәвит һине саҡырта, һеҙҙеке башҡа ла инде. Барып та торма, хәҙер үк ҡайт та кит, тигән әсәйем уға.
Барған иртәнсәк Ғилминиса апай килергә ҡушҡастар.
Әллә кемдәр ултыра, ти.
- Нишләп ҡасып ҡайттың? Зашим убижал? - тип күҙ ҙә астырмай әрләй башлағандар.
Ғилминиса апай, бахыр ғына:
- Бьет бит, - тигән була, ти.
- Аяҡ - ҡулын ергә лә тейгеҙмәй, армы - тормо тейәп алып китте лә барҙылар, илашып тороп ҡалдыҡ, нимә булғанын да аңламай, - тип һөйләй торғайны әсәм мәрхүмә.
- Көҙгөһөн ҡайтарабыҙ, тигәс, Ғилминиса эй ҡыуанған булды.
Бибикамал әбей тамағына тамлеткаһын (шыйыҡ дарыуҙы ул тамлетка тип йөрөтә - тамыҙғанғалыр) тамыҙҙы ла һүҙен дауам итте:
- Әйҙә, ҡыҙҙар, мынау тайга урманын ҡыра һалып бөтәйек тә ҡайта һалып китәйек! Ҡайтып инеп, дошмандарҙың күҙен күкәй итәйек! - тип таҡмаҡ сығарып, бейеп китә торғайны.
Бер төндә теше һыҙлап йоҡламаны Ғилминиса.
-Ҡыҙҙар, мин әҙерәк ятып торайым әле тешем һыҙҙауы баҫылды әҙерәк, - тигәс аҫтына куфайкыларыбыҙҙы түшәп, өҫтөнә ҡалын итеп яптыҡ та, усаҡтың утын ситкәрәк тартып, эшкә керештек. Нишләп һаман тормай икән, тип барһаҡ, Ғилминисабыҙ, меҫкенкәй, үлеп тик ята. Бысылған ағас ауғанда һынып осҡан осло ботаҡ Ғилминисаның муйынының йыуан тамырына сәнселеп инеп, үтә сыға яҙған ине. Эҫергәнеп асҡандыр инде, беҙ бөркәндереп япҡайныҡ. Бер бәхет күрмәй, зәрә әрәм булды Ғилминисабыҙ. Шәһит китте ул да һуғыштағылар һымаҡ...
Күмәкләп көрһөнөштө әбейҙәр.
- Аяттар бағышлап торабыҙ инде көллөнә лә.
- Эйе, эйе, щулай.
- Һуғыш бөткән йылы көҙ һеҙҙе ҡайтарҙылар. Мин йыл да дүрт ай хеҙмәт иттем әле илемә. Сәхи ағай үҙебеҙҙең силсәвит ҡыҙҙарына ғына өсәр киҫәк һабын, өсәр баш камауай шәкәр, таҫтамалдар биреп, куфайкаларҙың яңыраҡтарын кейҙереп ҡайтарҙы бит әле, йәне йәннәттә булһын. Илемә сәләм әйтегеҙ, мин инде ҡайта алмаҫмын, тип күҙенә йәш алып тороп ҡалғаны мәңге онотолмаҫ.
- Мин сәпсим байығып ҡайттым, эйе бит ҡыҙҙар?
- Үлергә киткән ҡыҙ байығып ҡайтып килә, тигән әкиәттәге һымаҡмы?
Әбейҙәр тыйнаҡ ҡына көлөшөп алдылар.
- Бибикамал еңгә, анау йырыңды әйт әле.
Йырла, тимәй әбейҙәр араларындағы иң өлкән еңгәләренең тамағы һығылғанын беләләр.
- Күгәреп тә ята Урал һырты,
Елә - саба бара күк бүре.
Эсмәҫ тә генә яҡта һыу эсерә
Ҡыҙ баланы яҙған тәҡдире...
- Үәй - үәәй...
- Һеү - һееү...
Таңһылыу ВӘЛИЕВА.
Фото архивтан.