

Һәр көн иртән ҡояш сыға
Һиңә лә, миңә лә,
Һәр көн һайын елдәр иҫә,
Һиңә лә, миңә лә.
Ә ниңә һуң минең күңелем,
Ә ниңә һуң минең күңелем,
Тик һиндә, тик һиндә
Тик һиндә генә.
Һәр йыл һайын яҙҙар килә
Һиңә лә, миңә лә.
Һәр йыл һайын көҙҙәр килә,
Һиңә лә, миңә лә.
Яҙҙарын да беҙҙең ғүмер,
Көҙҙәрен дә беҙҙең ғүмер
Гел бергә, гел бергә,
Гел бергә генә.
Йәшлек үтер,ҡартлыҡ етер
Һиңә лә, миңә лә,
Килер быуын һорау бирер
Һиңә лә, миңә лә
Беҙҙең яуап һәр саҡ әҙер,
Буш уҙманы беҙҙең ғүмер:
Тыуған ил, ғәзиз ер-
Беҙ йырлаған йыр.
И. Йомағоловтың "Торналар ҡайтҡанда" пьесаһынан Т.Кәримов йыры.
Фото архивтан.