Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
5 Декабрь 2025, 01:05

Батам бит һуң!

Хаталарым йәнде өтә,Төҙәтергә ниҙелер һуң.Үкенестәр һаҙлығындаБатам бит һуң! Батам бит һуң...

Батам бит һуң!Батам бит һуң!
Батам бит һуң!

Хаталарым йәнде өтә,
Төҙәтергә ниҙелер һуң,
Үкенестәр һаҙлығында
Батам бит һуң! Батам бит һуң...

Мәшәҡәттәр өйөлгәндәр,
Булһа икән эшем гел уң?
Икһеҙ-сикһеҙ был диңгеҙҙә
Батам бит һуң? Батам бит һуң...

Һыҙланмаҫлыҡ, әрнемәҫлек
Булһа икән йөрәгем туң?
Хистәремдең даръяһында
Батам бит һуң! Батам бит һуң!

Яныуҙарым, ярһыуҙарым
Һис ял бирмәй. Ғүмер елә!
Ә бит минең ни бары тик
Күҙҙәреңә баҡҡым килә,
Мөхәббәткә батҡым килә...

Фирүзә Абдуллина.

Фото архивтан. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас