Бер дуҫым бар - үҫмер саҡтан бергә үҫкән,
Бер интернат бөтәбеҙҙе кеше иткән,
Утты-һыуҙы, тормош юлын бергә үткән,
Ҙур ғаилә башлығы ла булып киткән.
Бер дуҫым бар - донъяларҙа берәү генә,
Туғандары, ғаиләһенә терәү генә,
Балалары өсөн булды иң шәп атай,
Ейәндәре өсөн өлгөлө ҡартатай!
Бер дуҫым бар - матур йырҙар ижад итә,
Күңелендә моңға һөйөү ул йөрөтә,
Баянда ла, ҡурайҙа ла көйҙәр уйнай,
Оҙон халыҡ йырҙарын да матур йырлай.
Үҙе ғалим, академик минең дуҫым,
Фәнгә биргән күп йылдарын, бар тормошон,
Бик күптәргә ихлас күңел ярҙам иткән,
Изгелектә, игелектә ғүмере үткән.
Бер дуҫым бар - ғорурланам дуҫым менән!
Кәңәшсем дә, ярҙамсым да минең гелән,
Сәләмәт һәм бәхетле бул, яҡын кешем,
Уңышлы һәм һөҙөмтәле булһын эшең.
Һин янымда булған саҡта йәшәү еңел,
Һин бәхетле булһаң, тыныс минең күңел,
Тыуған көнөң ҡотло булһын, ғәзиз дуҫым!
Мин һәр ваҡыт һинең менән - бына усым!
Ф.Абдуллина.