Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
7 Декабрь 2025, 03:05

Күршем сирләгәндә

Күршем сирләп тора. Эсем боша:Эшкә үтмәй тәҙрәм ҡаршынан.Үҙ баһаһын белеп, ҡупшы ғына,Ҡарҙа эҙ ҡалдырып артынан.

Күршем сирләгәндәКүршем сирләгәндә
Күршем сирләгәндә

Күршем сирләп тора. Эсем боша:
Эшкә үтмәй тәҙрәм ҡаршынан,
Үҙ баһаһын белеп, ҡупшы ғына,
Ҡарҙа эҙ ҡалдырып артынан.

Ишек алдым хатта буп-буш кеүек –
Ҡойма аша һөрән һалыу юҡ,
Тик бесәйҙәр саба ары-бире,
Тәҙрә шаҡый турғай туҡ та туҡ.

Эсем боша. Күршем ни хәл икән?
Килешерме керһәм хәл белеп?
Дуҫтар-туғандары күп шул уның,
Киләләрҙер, тимен, эркелеп...

Шәп кешенең дуҫтары күп була,
Мин – тик күрше...
Булһын, керәйем!
Тәмлекәстәр тотоп керәйем дә,
Хәл-әхүәлкәйҙәрен беләйем!

Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы, тиҙәр,
Рәхмәт, Тәңрем, һай шәп күршеләр!
Был өс көнлөк кенә донъяларҙа
Татыу йәшәйексе, кешеләр!
Фирүзә Абдуллина.

Фото архивтан. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас