

Стеналағы сәғәткә күҙ һалды. Дүрт кенә икән. Ҡатыны эштән ҡайтырға тағы ла кәмендә өс сәғәт бар. Төшкөлөккә шәп кенә итеп ашатып киткәйне лә, барыбер эс көтөрләй. Һыуытҡыста берәй нәмә барҙыр, ҡапҡылап алмай булмаҫ! Ана бит, кәтлиттәр тәрилкәлә теҙелешеп кенә уны көтөп яталар! Ҙурҙан ике телем икмәк менән бер тәрилкә кәтлитте йомдорғас, кәйефе лә күтәрелеп китте Сәлимйәндең.
“Тә-ә-ә-әк, нимә эшләргә? Эшләһәң, эш күп инде лә ул, тик...” Үҙенең баһаһын төшөрөп, тота килеп эшләп йөрөмәҫ инде! Ҡоймаһы ҡолап ята ла бит, уны әллә кем килеп эшләп тә йөрөмәҫ тей, ләкин... ней бит әле... Бер аҙ ялындырып алмайынса, үҙенән-үҙе эшләп ҡуйһа, сәпсим шашып китмәҫме был бисә? Ҡыштан аҙбарҙан балалары сығарған тиреҫ тә өйөп ҡуйғанды көтөп ята, баҡсала ер ҡаҙып, түтәлдәр эшләп ҡуйһа ла, шәп булыр ине.
Көнө буйы магазинда аяҡ өҫтө йүгереп йөрөп арыған ҡатыны төп эшенән һуң икенсе эшенә – клубҡа барып, иҙән йыуып, һуңлап ҡына ҡайта шул. Ул ҡасан киске аш әҙерләгәнсе... Балаларҙың дәрестәрен тикшерергә лә кәрәк... Кер йыуып, һыйыр һауып, ҡош-ҡортто ҡарағансы...
Эшләр ине ул Сәлимйән, артыҡ ныҡ ялындырып та тормаҫ ине, тик... бәлешен бешерһен, берәй шешә теге нәмәһен өҫтәлгә сығарып ҡуйһын! Шунан уйлар.
...Ярты йыл инде эшһеҙ өйҙә генә ятһа ла, үҙ баһаһын белә Сәлимйән. Ташып торған көсөн ул бушҡа түгергә йыйынмай. Ярҙам кәрәк икән – табын ҡор ҙа саҡыр! Балта эшеме, көрәкме, һәнәкме – бөтә эш тә ҡулынан килә уның. Кем саҡырһа, шуға китә. Берәүгә лә “юҡ” тимәй. Шуға күрә лә бөтә күрше-күлән ҡарт-ҡоро, яңғыҙаҡ ҡатын-ҡыҙҙың донъяһы балҡып тора: бөтәһенең дә ҡоймаһы төҙөк, утыны ярып өйөлгән, тиҙәге сығарылған.
Сәлимйәндең ниндәй булдыҡлы, уңған икәнен бөтә ауыл белә! Һәйбәт кенә итеп һыйлап сығарһаң, тағы ла килер, ниндәй эшең булһа ла, еренә еткереп эшләп китер! Почеты хәтәр шул уның, хәтәр!
Сәлимйән тышҡа сыҡты ла, тупһаға баҫып, тирә-яғына күҙ һалды. Ялан кәртәнең һайғауҙары төшкөләгән, ҡатыны уларҙы теләһә ниндәй ойоҡ-маҙар менән бәйләп сыҡҡан. Күршеләр яҡ кәртәнең байтаҡ өлөшө юҡ: утын бөткәс, турап мейескә яғаларҙыр инде. Өйөлмәгән тиҙәкте мал тапап иҙеп бөткән, тубыҡтан батҡаҡта тора малҡайҙар. Мунса соланының ишеге бер шарнирҙа ғына эленеп тора икән... Ҡапҡа бағанаһын терәтеп ҡуйған булғандар, мәхлүктәр!
...Үҙенән бик ҡәнәғәт ҡалып, Сәлимйән мускулдарын уйнатҡылап алды: уның ҡулынан килмәгән эш юҡ! Былар пүстәк кенә бит уның өсөн – һә тигәнсе эшләп ҡуйыр ине! Ҡулы оҫта, көсө ташып тора!
Юҡ шул, юҡ, уңманы шул бисәнән! Бисә генә ғәйепле! Ҡыйынмы ни инде, йомшаҡ-тәмле һүҙҙәрен йәлләмәй генә, бәлеш-мәлеш менән берәй ялтырбашты өҫтәлгә ҡуйып, үтенеп-ялынып һораһа ни була?! Бөтә ауыл алдында оялмай, ошо емерек донъяла йәшәп ята инде бына шулай итеп – ғәрлеге ни тора бит, ғәрлеге ни тора!
Юҡ, уңманы бисәнән Сәлимйән. Уңманы...
Фирүзә АБДУЛЛИНА.
Фото архивтан.